Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
30 Ғинуар 2020, 13:25

Стәрлебаш районында республикалағы иң ҙур ҡояш электр станцияһын төҙөй башланылар

Кисә Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо турала яҙып сыҡты. Яңы техник үҙәктең ҡеүәте 25 мегаватт. Уны төҙөү 3 миллиард ярым һумға барып баҫа.

"Питер форумында бер йыл элек килешеүгә ҡул ҡуйғайныҡ. Инвестор уны төҙөй ҙә башланы. Асыҡлау өсөн, бөгөн Стәрлебаш районының үҙенә 4 мегаватт та етә. Тимәк, был станция тирә-яҡ райондарҙы, хатта Стәрлетамаҡты ла электр менән тәьмин итә аласаҡ", тип яҙған Радий Хәбиров.
Яңы ҡояш электростанцияһын быйыл йәй ҡулланыуға тапшырыу ҡарала.
Әлфиә Хәмитова
Читайте нас: