Ҡыҙҙарҙың береһен Силәбегә эвакуациялайҙар, икенсеһен - Үзбәкстанға. Ул ваҡытта Розалинаға 15, Юлиәгә ни бары 13 йәш була.
Һуңынан улар бик оҙаҡ йылдар бер-береһен эҙләй, һөҙөмтә күренмәгәс, береһе икенсеһенең тере булыуында өмөтөн өҙә. Розалина архивтарҙа ла һеңлеһе тураһында бер ни тапмай. 15 йыл элек "Көт мине" тапшырыуына яҙып ебәрә. 2014 йылда уның ейәнсәре тағы бер тапҡыр был тапшырыуға мөрәжәғәт итә. Ул яуапһыҙ ҡала, 2020 йылда уйламағанда ғына Пензала йәшәгән Юлиәнең ҡыҙы уны күреп ҡалғансаға тиклем.
"Мин эҙләү тураһында ғариза биргән кешенең телефонын белергә теләнем, әммә уны миңә әйтмәнеләр. Шунан беҙ дәүләт хеҙмәттәре аша Силәбе өлкәһе полицияһына туғандарыбыҙҙы эҙләүебеҙ хаҡында мөрәжәғәт ҡалдырҙыҡ", - ти Юлиәнең ҡыҙы. Шулай итеп, туғандарҙы табышырға эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә.
Тәүҙә тулҡынланғыс аралашыу телефон аша бара, ә биш көндән Пензала йәшәгәндәре Силәбегә килеп төшә. Осрашыуҙы ойошторорға "Көт мине" программаһы продюсерҙары ярҙам итә. Улар Юлиә Павловна һәм уның ҡыҙына юл хаҡын ҡаплай, поезға тиклем 91 йәшлек ҡатынға реанимобиль беркетәләр, медиктар бригадаһы Силәбегә поездан төшкәндә лә ҡаршы ала.
Ҡосаҡлашыу, илашыу, аптырау, хәтирәләргә бирелеү... бөтәһе бер тында кеүек була. Күпте күргән, һуғышты үткән оло кешеләр осрашыуҙа баштарын юғалтмай, үҙҙәрен тыныс тота, ә бына уларҙың балалары ике көн буйы тыныслана алманыҡ, тип яҙалар.
Хәҙер туғандар видео аша бәйләнеш тота, йәйгеһен силәбеләр Пензаға ҡунаҡҡа йыйына.