Был көндө почтальонка Эльвира Шәйәхмәтова үҙенең ғәҙәти эшен башҡарған – йорттарға пенсия таратҡан. Бер йортҡа инеп барғанда Эльвира Ишмөхәмәт ҡыҙы 2-се ҡаттағы фатирҙың тәҙрәләренән көслө төтөн, ут ялҡындары сығыуын күреп ҡала. Башҡалар янғын һүндереүселәрҙе саҡырған ваҡытта, Шәйәхмәтова фатирҙарҙың һәр береһенә туҡылдатып, бәлә тураһында киҫәтә. Урындағы кешеләр менән бергә электр щитын һүндерә. Артабан 2-се подъезда ауырыған пенсионерка йәшәүен белеп, уға шылтыратып хәбәр иткән һәм оло кешегә тышҡа сығырға ярҙам итә
Эльвира Шәйәхмәтованың ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һәм үҙен-үҙе аямайынса кешеләргә ярҙам итеүе арҡаһында, ҙур бәлә кисектерелә. Яныу продуктарынан ағыуланыуынан һәм уттан 20-ән ашыу кеше, шул иҫәптән 7 бала ҡотҡарыла.