Бындай һөйөнөслө яңылыҡтарҙа Стәрлебаштың да яңы граждандары бар. Ғинуар айының тәүге көндәрендә Миниярова Айрина Артем ҡыҙы донъяға ауаз һалған. Икенсе булып малай - Әхмәҙиев Азамат Флорид улы тыуған. Сабыйҙарға бәхетле баласаҡ, ата-әсәйҙәренә һаулыҡ теләйбеҙ! Яңы йылда ғаиләләр ишәйһен, тыуған һәм тыуыр сабыйҙар һау-сәләмәт, ата-әсәле, бәхетле, ғүмерле булһын!