Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
1 Ғинуар 2020, 21:40

Төклө аяғығыҙ менән, сабыйҙар!

Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә республиканың бала табыу йорттарында егерме сабый донъяға килгән: 11 малай һәм 9 ҡыҙ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яңы йылдың тәүге минуттарында Өфөләге перинаталь үҙәктә ҡыҙ бала тыуған. Ә бөгөн иртән республикала тәүге игеҙәктәр ауаз һалған. Республика клиник дауаханаһында ике батыр тыуған. Әсәләр ҙә, сабыйҙар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя, ти табиптар.
Сағыштырыу өсөн: былтыр Яңы йыл төнөндә 17 бала донъяға килгәйне. Ә 2015 йылдың төнө рекорд ҡуйған: табиптар 29 сабыйҙы ҡулдарына алды, тип хәбәр иткән “Башинформ”.
Фото:”Башинформ”
Автор: Дина Арсланова

Читайте нас: