Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
24 Октябрь 2019, 14:40

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә транспорт һалымын түләмәҫкә рөхсәт ителә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары былтыр ошоға бәйле закон ҡабул иткәйне. Ташлама менән быйылдан файҙаланырға мөмкин.

Транспорт һалымын ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләмәҫкә рөхсәт ителә. Льготаға эйә булыр өсөн һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Законға ярашлы, илдә 2 декабрҙә транспорт һалымын түләү мөҙҙәте тамамлана.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: