Әлеге уйын ҡатнашыусыларға үҙҙәрен оҫта уйынсылар менән бер тигеҙ итеп тойорға, ҙур сәхнәлә ҡыйыуыраҡ сығыш яһарға ярҙам итте. Улар үҙҙәре билдәләүенсә, һәр кемдең еңеү яуларға мөмкинлеге бар икәне ҙур асыш булған. Барыһы ла теләккә бәйле! Әйтергә кәрәк, уларҙы интуициялары һынатмаған. Әнисә Мөхәмәтйәнова һәм Светлана Мостафина етәкселегендә юниорҙар командаһы уңышлы сығыш яһаған. «Ҡорт» командаһына 8, 10 класс уҡыусылары: Миләүшә Атанғолова, Ильяс Арыҫланов, Камил Ғәлиев, Әнүр Ҡунаҡкузин, Элина Нәзирова (команда капитаны), Эльвина Усманова, Рәсимә Хоҙайбирҙина, Сабрина Шәрәфетдинова инә. Башҡа балалар каникул ваҡытында ял иткәндә лә малайҙар һәм ҡыҙҙар етди әҙерләнгән, шаян сәхнә әҫәре, костюмдар, реквизиттар әҙерләү менән мәшғүл булған. Һөҙөмтәлә, улар өсөнсө урын яулап, әлеге финалдың сирек финалсылары исемлегенә ингән.
Первомайский мәктәбе коллективы Башҡортостан юниорҙар КВН Лигаһына уйындарҙы ойошторғаны, шулай уҡ район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримовҡа транспорт бүлгәне, мәктәп автобусын йөрөтөүсе М.Т.Хәлиуллинға һәм ЮХХДИ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Р.М.Туҡбаевҡа уйындарға барыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә.