Яңы проект тәүҙә район үҙәгендә эшләй башланы. 1-се урта мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары Үҙәкте асыуға етди ҡараған. Мәктәптә байрамса мөхит хөкөм һөрҙө. Бик тулҡынланып, ниндәйҙер яңылыҡ менән таныш булмағанды көтөп, матур итеп кейенгән мәктәп уҡыусылары линейкаға теҙелде. Ҡәҙерле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова һәм мәғариф бүлеге вәкилдәрен ҡаршы алғандан һуң уҡыусылар махсус «Үҫеш нөктәһе» гимнын башҡарҙы. Зал ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге шарҙар менән биҙәлгәйне. Алып барыусыларҙың кейемендә һәм интерьер биҙәлешендә лә шундай уҡ төҫтәр өҫтөнлөк итте. Алып барыусылар ике - рус һәм башҡорт телдәрендә әлеге сараның маҡсаты, ҡала, ауыл, ҡасаба мәктәптәре араһындағы айырманы бөтөрөүгә йүнәлтелеүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Рөстәм Камил улы үҙенең сәләмәләү сығышында федераль кимәлдәге әлеге проекттың әһәмиәтен һәм мөмкинлектәрен билдәләп үтте:
- «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре, һис шикһеҙ, сифатлы белем биреү сиктәрен киңәйтәсәк, ремонтланған бүлмәләрҙең заманса йыһазландырылыуы балаларға тиехнологик һәм гуманитар фекер йөрөтөүҙә ярҙам итәсәк.
Был көн Бөтә Рәсәй конкурстары һәм олимпиадаларында күп тапҡырҙар призер һәм еңеүсе булған Юлиә Аҡсулпанованың һәм Динислам Хәбибуллиндың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Үҙәкте тантаналы асыу ваҡытында уларға район хакимиәте башлығы менән берлектә ҡыҙыл таҫманы киҫеү хөрмәте бирелде. Шулай итеп, беҙҙең балалар өсөн яңыса технологиялар донъяһына юл асыҡ! Яңы кластарҙы һәм уларҙағы йыһаздарҙы ҡарағанда хатта өлкәндәр ҙә ғәжәпләнеүен йәшермәне. Мәҫәлән, технология, информатика һәм хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре кабинеты айырыуса ир-егеттәр араһында һоҡланыу уятты. Бында түңәрәк проект өҫтәле һәм верстак, 3D-принтер, квадрокоптер, вертуаль ысынбарлыҡ шлемы менән бергә эш зонаһы урынлашҡан. Балалар асыштар һәм робот техникаһы донъяһына сумды. Бынан тыш, әлеге зона уҡыусыларҙың инструменттар менән эшләүҙе үҙләштереүенә иҫәпләнгән. Аккумуляторлы дрель, электр лобзигы һәм елемле пистолеттарҙы һ.б. күреп, малайҙарҙың күҙҙәрендә нур балҡыны, өлкәндәрҙең дә уларҙы ҡулдарына алып, эшләп, төҙөп ҡарағыһы килде...
Проект эшмәкәрлеге кабинетында уҡыусылар дөрөҫ диалог алып барыу һәм үҙ фекереңде яҡлау оҫталығын күрһәтте. Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа! Улар ике төркөмгә бүленеп, «Белем - уңыштың төп шарты» темаһына һөйләшеүҙәр алып барҙы. Әлеге йәштәрҙең уңыш нигеҙен нимәлә күреүен белеү бик ҡыҙыҡлы булды. Кем белә, риторикаға һәм инандырыуға һәләтле буласаҡ президент бәлки тап бына ошонда белем алалыр. Кабинет мәктәптең йәмәғәт тормошо үҙәгенә әүерелде, уның йәнәшәһендә уҡыусыларҙың проект-тикшереү эштәре менән күргәҙмә урын алды. Ял итеү һәм аралашыу мөхите тураһында ла онотманылар, шахмат бүлмәһе бар, йомшаҡ, уңайлы пуф-кубиктар ҡуйылған. Уҡыусылар журналистикала тәүге тәжрибәне район хакимиәте башлығынан интервью алыуҙа тупланы. Бишенсе кластар өсөн медицина тренажерҙары һәм манекендар, шулай уҡ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү комплекттары менән эшләү бик мауыҡтырғыс булды. Хәҙер улар яра һәм йәрәхәттәр менән манекендарҙа эшләү буйынса дәрестәр үткәрәсәк. Был көндәлек тормошта кәрәгәсәк беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен үҙләштерергә булышлыҡ итә.
«Үҫеш нөктәһе» үҙәгенең етәксеһе итеп Рәмзил Ильяс улы Ҡәйүпов тәғәйенләнде. Август айында ул Ҡазан ҡалаһында уҡып, цифрлы техника нөктәләрен үҙләштергән. Остаздар сифатында яңы хеҙмәттәштәре лә ярҙам итә. Бергәләп уларҙың үҫеш нөктәһенә барып етергә йүнәлеш бирә!
Первомайский урта мәктәбендә лә тантаналы шарттарҙа «Үҫеш нөктәһе» Үҙәге асылды.
Мәктәптә әлеге Үҙәктең булыуын күрһәтеүсе айырым эш алдан алып барылған. Мәктәп территорияһына ингәндә үк «Үҫеш нөктәһе» логотибы менән ҡыҙыл төҫтәге баннер иғтибарҙы йәлеп итә. Мәктәп эсегдә лә үҙгәрештәр бар. Икенсе ҡатта ла коридор панелдәре аҡһыл-һоро төҫкә буялған, ике яҡ стенаны логотиптар һәм ҡыҙыл төҫтәге һыҙыҡтар (уларҙың булыуы милли проект шарттарында күрһәтелгән) менән биҙәлгән. Яңы йыһаздар өсөн өс кабинет бүленгән, уҡытыусылар яңы йыһаздар менән эшләү мөмкинлеге биреүсе әҙерлек үткән.
... Тантана башланыуға һынаулы ғына минуттар ҡала. Барыһы ла район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре килеүен көтә. Уларҙы дәртле башҡорт бейеүе һәм милли ризыҡ - бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар.
- Бөгөн мәктәбегеҙ тарихында иҫтәлекле көн, - тип билдәләне Рөстәм Камил улы, йыйылыусыларҙы сәләмләп. - Беҙ «Үҫеш нөктәһе» Үҙәген асабыҙ. Уның ярҙамында һеҙ ҡала балалары шөғөлләнгән шарттарҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге алаһығыҙ. Ауыл мәктәптәренең йыһазландырылыуы ҡалаларҙыҡы кеүек үк булырға тейеш тип иҫәпләй Президент Владимир Путин, ул был турала үҙенең сығышында әйтте.
Ул балаларҙы һәйбәт уҡырға һәм яңы йыһаздарҙы һаҡлап тотонорға саҡырҙы, улар менән киләсәктә әлеге уҡыусыларҙың һеңлеләре, ҡустылары ла ҡуллана алһын.
Сәләмләү һүҙҙәре әйтелеп, концерт номерҙары тамамланғас, Рөстәм Рахманғолов һәм мәктәп директоры Тимур Ғафур улы ҡыҙыл таҫманы киҫте. Үҙәкте тантаналы асҡандан һуң мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Байрам ығы-зығыһына, байтаҡ таныш булмаған кешеләр йөрөүенә ҡарамаҫтан, башланғыс кластарҙың мауығып шахмат уйнауҙарын ҡараны. Рөстәм Камил улы, бер нисә һорау биреп, уларға был ҡыҙыҡлы, аңды үҫтереүсе уйында уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
Артабан информатика кабинетында ҡайтарылған йыһаздарҙың бер өлөшө (ноутбук, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре, фотоаппарат) менән таныштылар.
Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетында 9 класс уҡыусылары Алмаз Ишбулдин һәм Ангелина Хисмәтуллина эш барышында һөйләп, манекендарҙа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү күнекмәләрен аңлатты. Өсөнсө кабинетта уҡыусылар ҡунаҡтарға информатика уҡытыусыһы Гөлфиә Әһлиуллина етәкселегендә «LEGO Education» йыйылмаһы эштәрен - тирмән, күтәреү краны, робот, автомобиль күрһәтте (аҫтағы һүрәттә). Былай ғына йыйып ҡуйылмаған, уларҙың ҡайһы берҙәре эшләй торған моделгә әүерелгән. Тирмәндең ҡанаттары әйләнә, кран йөк күтәрә, ә бына робот ҡуҙғалһын өсөн батарейкалар етмәгән...
Балаларға маҡсатҡа ынтылыусан һәм ныҡышмалы булыуҙарын, хыялдарын тормошҡа ашырыуҙарын теләп, район хакимиәте башлығы улар менән хушлашты. Киткәнсе, форсаттан файҙаланып, мәктәп ашханаһына ла күҙ һалды. Меню, балаларға нимә ашатыуҙары, аҙыҡ-түлекте ҡайҙан һатып алыуҙары, уларҙың сертификаттары булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Мәктәп территорияһын да ҡарап сыҡты. Эштәрҙе яҡшыртыу өсөн ҡайһы бер кәңәштәрен бирҙе.
Беҙ күргәндәребеҙгә бик шат. Хәҙерге мәктәп уҡыусыларының белем алыу шарттары беҙ уҡығандағыға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Ә «Үҫеш нөктәһе» Үҙәктәре уҡыусыларҙа белемгә, тирә-яҡ донъяға ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итәсәк.
Башҡортостан Республикаһына цифрлы һәм гуманитар профилле төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын бойомға ашырыу өсөн матди-техни базаны яңыртыуға 2019 йылда 208,5 миллион һум бүленгән. Барлығы Рәсәйҙә 24 сентябрҙә 2 мең 49 «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асылған. Беҙҙең республика улар иҫәбендә төбәктәр араһында өсөнсө урында.
«Бер йылда беҙҙең бер юлы ике меңдән ашыу мәктәптә яңы институцияларға йүнәлтелгән проекттар асҡан тәжрибә булғаны юҡ ине. Был команданың һәм педагогтарҙың ҙур эше. Был - балалар инергә, улар унда үҙҙәрен уңайлы тойорға тейеш яңы донъя, тимәк был технологияларҙы ҡуллана белергә тейеш», - тине РФ мәғариф министры урынбаҫары Марина Ракова.
Һүрәттә: 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең шахмат бүлмәһендә
Рәйлә ТАЙҒОНОВА, Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.