Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
3 Сентябрь 2019, 16:27

Яҡташыбыҙ Флүр Ғәлимов Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты булды

Мәскәүҙә Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһының 2019 йылғы беренсе лауреаттарын атанылар. Уларҙың исемен Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы секретариаты иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, «Вече» нәшриәте һәм «Рәсәй яҙыусыһы» сайты тәҡдиме буйынса, улар — «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы өсөн Флүр Ғәлимов (Өфө), «Крымский мост» һәм «Святые грешники» романдары өсөн Александр Лапин (Воронеж) һәм һуңғы йылдарҙағы шиғырҙары өсөн Анатолий Аврутин (Минск).


Флүр Ғәлимов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Ижадында ул яңылыҡҡа ынтыла. «Яңы башҡорт» тигән популяр романы башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килде.


«Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет һәм тасуирлау саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Флүр Ғәлимов китабының төп геройы — һәләтле рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин. Китап геройҙың тормош мәғәнәһен һәм мәңгелек һорауҙарға яуаптар эҙләүенә арналған. Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙә «Художестволы әҙәбиәт» нәшриәтендә, баш ҡаланың «Юность», «Роман-газета» журналдарында баҫылып сыҡты. Трилогия рус, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителде.

Читайте нас: