– “Үҫеш нөктәһе” үҙәге – өс кабинетта урынлашҡан, уның күп булыуы балалар өсөн уңайлы, – тип һөйләй Әнәс мәктәбе директоры Светлана Ямалетдинова. – Һәр ата-әсә балаһының һәләтен күрергә теләй, ә белем усағында ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр яҡлап үҫешенә мөмкин тиклем тәрәнерәк булышлыҡ итеү – уҡытыусыларҙың мөҡәддәс бурыстарынан һанала.
Белем биреү учреждениеһында 100 бала белем эстәй. Информатика, технология, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм башҡа фәндәрҙән һәр уҡыусыға өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирелгән.