Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
26 Апрель 2019, 10:49

Оҫта әҙерләнгән аш-һыу

Уҙған шәмбе көндө «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы буфетында бик йәнле ине. Унда яңы һөнәрҙең кәрәкле белеме һәм оҫталығына өйрәнгән буласаҡ ашнаҡсылар тәүге имтихандарын тапшыра. Улар өсөн уҡыуҙы урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте ойошторған.

- Бөгөн беҙҙә аш-һыу презентацияһы, - тип аңлата ашнаҡсыларҙы уҡытыу менән шөғөлләнгән Фазыла Ғәсәнова. - Һәр кем, бигерәк беҙҙең кеүек һөнәр эйәләре фантазияға бай булырға тейеш. Ул һәр ризыҡҡа белемен генә түгел, ә күңелен һәм фантазияһын да һалырға бурыслы. Мин уларҙы импровизацияларға, таныш ризыҡтарға яңы компоненттар ҡушырға өйрәтәм, һәм шул саҡта аш-һыуҙың яңы, башҡаса тәме асыла.

Уның төркөмөндә туғыҙ кеше белем ала, шуларҙың өсөһө ир-егет. Уларҙың 25 февралдә башланған уҡыуҙары 27 майға тиклем дауам итә. Һуңынан буласаҡ ашнаҡсылар имтихан тапшырып (теория һәм практика), ҡулдарына документ аласаҡ.

- Төрлө аш-һыу әҙерләргә генә түгел, ә уларҙы матур итеп биҙәргә, өҫтәлде сервировкаларға, клиенттар менән әңгәмәләшергә, психологияға өйрәнәбеҙ, быларҙың барыһы ла уларға киләсәктә кәрәк буласаҡ, - ти Фазила Әхмәтзыя ҡыҙы. - Төркөмдән бик уңдым, миңә улар менән эшләү оҡшай.

Мин ике егеткә иғтибар иттем. Хәлекәй ауылынан Илүс Мифтахетдинов һәм Стәрлебаштан Ростислав Дубовской үҙҙәре әҙерләгән ризыҡты биҙәй. Дөрөҫөрәге, уларҙы биҙәүҙе тамамлай ине.

Илүс имтихан алыусылар, халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре өсөн, ҡыяр һәм помидор менән биҙәгән бәшмәкле ит котлеты, ә Ростислав - туралған сусҡа итенән эсле стейк-роллы һәм үҙенсәлекле соус әҙерләгән.

Егеттәрҙең икеһе лә ҡасандыр юғары уҡыу йортон тамамлаған, эшләгән, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған. Улар әйтеүенсә, күптән оҫта итеп бешерергә өйрәнергә теләгәндәр. Һәм бөгөн уларҙың хыялы тормошҡа аша. Уҡыуҙы тамамлағас Илүс ризыҡтар әҙерләүгә бәйле үҙ эшен асырға, ә Ростислав - абруйлы ҡала ресторандарының береһендә эшләп, артабан да квалификацияһын арттырырға хыяллана. Эш һөйәрлеге, аш-һыу әҙерләү сифаты, тырышлыҡтарына ҡарағанда уларҙың, авторҙар аш-һыуы - бутерброд, салат һәм ҡамыр аштары әҙерләгән башҡа уҡыусыларҙыҡы кеүек үк, барыһы ла килеп сығасаҡ. Аш-һыуҙан ауыҙ итеп ҡарау менән уларҙың бында ваҡытты файҙалы, һөҙөмтәле һәм фәһемле үткәреүҙәре күренеп тора. Һәм уҡыуҙар тамамланыуға, улар һәйбәт ашнаҡсы булыр, тип ышанабыҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: