Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
26 Апрель 2019, 10:54

Китап һөйөүселәр өсөн матур сара үтте

«Бибилио төн» - йыл һайын апрель айында тотош Рәсәй буйынса үткәрелгән китап уҡыусылар фестивале. Быйыл ул 20 апрелдә булды. Балалар программаһы традиция буйынса «Бибилио эңер» махсус проекты даирәһендә үткәрелде.

Сара китап уҡырға, китапханаға йөрөргә һәм яңылыҡтар яратҡан 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы берләштерҙе. Байрам ҡунаҡтарына ҡурсаҡ спектакле, мастер-класс, миниатюралар театры күрһәтелде. Ул театрлаштырылған тамашанан башланды. Балалар һәм өлкәндәрҙе әкиәт геройҙары: Мәскәй әбей, Шүрәле, Джин менән осрашыуҙар көттө. Геройҙар менән бергәләп улар әҙәби уйын-викторинала ҡатнашты, геройҙарҙы танып-белде, хәрәкәтсән уйындарҙа уйнаны.

Кескәй уҡыусылар өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡурсаҡ спектакле һәм йәнһүрәт күрһәтте. Ә ижади уҡыусыларҙы «Битлектәр театры» майҙансығы көттө. Бында балалар театр битлектәре эшләргә өйрәнде, уларҙы сәйлән менән биҙәне. Байрам ҡунаҡтары миниатюралар театрында ла ҡатнашты. Һәр кем үҙен төрлө ролдәрҙә һынап ҡараны.


Читайте нас: