Уҡыуҙарҙы урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Малая академия бизнеса» йәмғиәте ойошторған. Өс аҙна эсендә уҡыусылар компьютерҙы, 1С: Бухгалтерия 8.3 мәғлүмәт технологияларын өйрәнеп, квалификацияға имтихан тапшырған. Уларҙы программа серҙәренә төшөнөргә «Малая академия бизнеса» преподавателдәре һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡытыусыһы Фидан Усманов уҡытҡан. Курстарға Стәрлебаш, Айҙарәле, Ямғырсы ауылдарынан йөрөгәндәр, улар араһында ҡасандыр юғары уҡыу йорттарын тамамлаған балалары булған йәш әсәләр ҙә бар. Улар әйтеүенсә, өс аҙна эсендә уларға төплө белем биргәндәр һәм алған белемдәре киләсәктә кәрәк булыр, тип ышанабыҙ.