Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
5 Апрель 2019, 12:25

Торлаҡ төҙөргә дәүләт ярҙам итәсәк

Бер нисә йыл ауыл ерендә йәшәгән граждандар һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт программаһында ҡатнашҡан ун ғаилә бөгөн бәхетле сертификатҡа эйә булды.Кисә уларға ошо документ тапшырылды.

Ошо программа буйынса уҙған йылда федераль, республика һәм район бюджеттарынан барлығы 6 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Дәүләт ярҙамын шул саҡта ете ғаилә алған, ағымдағы йылда сумма ике тапҡырға тиерлек артҡан һәм 9 млн. 492 мең һум тәшкил итә. Шуларҙың 6 миллион һумы федераль бюджеттан, 2 млн. 830 мең һумын республика бүлгән, ярты миллионы - район бюджетынан.

Күндерәк ауылынан Айһылыу һәм Рушан Яхиндар был ваҡиғаны биш йыл көткән һәм быға сикһеҙ шат.

- Программаға эләгеп, дәүләттән әһәмиәтле ярҙам ала алыуыбыҙға хатта ышанырлыҡ та түгел. Участкабыҙ бар, өсөнсө балабыҙ тыуғандан һуң уны шулай уҡ түләүһеҙ алдыҡ.

Тағы бер сертификат эйәһе Гөлназ Абдуллина яңғыҙы бала тәрбиәләй. Был финанс ярҙам уларға өй һатып алырға мөмкинлек бирәсәк.

- Үҙебеҙҙең дә аҡсаны ҡушырға тура киләсәк, әммә 10-20 йыл ипотека түләгәнсе был күпкә яҡшыраҡ, - ти Гөлназ Зәбир ҡыҙы.

Сертификаттар суммаһы 504 мең һумдан 1 млн. 290 мең һумға тиклем тәшкил итә. Улар торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: