Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
5 Март 2019, 12:42

Һәр йәһәттән уңышлы

Бер нисә йыл элек, 1-се урта мәктәп уҡыусыһы булараҡ, Айгөл Әхмәтйәнова (һүрәттә) төрлө район һәм республика саңғы ярыштарында мәктәп һәм район намыҫын яҡлай, ә бөгөн ул - Өфө дәүләт нефть техник университеты Стәрлетамаҡ филиалының өсөнсө курс студенты һәм ошо юғары уҡыу йортоноң абруйын арттыра.

Уның миҙалдары, Кубоктары һәм Маҡтау грамоталары бихисап. Талантлы ҡыҙ быға тиклем ярыштарҙа, бик күп мәктәп сараларында ҡатнашыуҙан тыш, һәйбәт билдәләргә өлгәшеп, Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү коллективына ла йөрөп өлгөрә.

Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ҡуйған маҡсаттарға ирешеү Айгөлгә нефть университетында ҙур уңыштарға ирешергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, төрлө өлкәләрҙә. Уның ҡаҙаныштары араһында «Юғары белем биреү ойошмаларының йәш ғалимы» номинацияһында еңеүсе Дипломы, экология буйынса Халыҡ-ара студенттар Интернет-олимпиадаһында, «Инновацион компетенциялар һәм психология һәм педагогикала үҙенсәлеклек» Халыҡ-ара фәнни-практик конференцияһында әүҙем ҡатнашҡаны, химия буйынса студенттарҙың Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында иң яҡшы презентация өсөн икенсе урын һәм хатта «В мире научных открытий» журналы мөхәррире, фәнни-инновацион үҙәктең генераль директоры А.Максимовтың Сертификаты һ.б. бар.

Шундай етди конкурстарҙа еңеүенә ҡарамаҫтан, Айгөл мөләйем заманса ҡыҙ булып ҡала. Быны иһә һылыуҡайҙар конкурсында еңгәне өсөн башҡа дипломдар: «Мисс УГНТУ», «Һоҡланғыс һылыуҡай» дәлилләй. Ә тағы ла ул тәмле ризыҡтар әҙерләргә ярата һәм был уның яҡшы килеп сыға. Ҡыҙҙың ата-әсәһе, стәрлебаштар Зөлфиә һәм Рәфҡәт Әхмәтйәновтар, ағаһы Айнур уның менән ғорурлана, уңыштарына һөйөнә һәм Айгөлдең бәхетле булыуын теләйҙәр.

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: