Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
11 Ғинуар 2019, 13:07

Яңы йыл мөғжизәһе

Стәрлебаш ауылында яңы күп фатирлы йорттан фатир асҡыстарын алыу етем балалар өсөн көтөп алған һөйөнөслө хәбәр һәм бүләк булды. Торлаҡҡа эйә булған бәхетлеләр - Ринат Джураев, Айгөл Әхмәҙиева (Ишморатова) һәм Альберт Шакиров. Яңы микрорайонда урынлашҡан һәм яҡшы ремонт яһалған (обой йәбештерелгән, сантехника һәм газ ҡоролмаһы ҡуйылған) иркен, төҙөкләндерелгән фатирҙарға бөгөндән күсенеп йәшәй башларға мөмкин.

Фатир асҡыстарын тантаналы тапшырыу район хакимиәтендә булды. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров шәхсән уларҙы етем балаларға тапшырҙы һәм улар бергәләп фатирҙарҙы барып күрҙе. Һаубуллашҡанда Фәнүр Зөфәр улы барыһын да етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, яңы фатирҙарында бәхетле һәм тыныс йәшәүҙәрен теләне.

Лейтенант Ринат Джураев фатир асҡысын алырға тормош иптәше Әлиә Марат ҡыҙы менән килгәйне. Төмән юғары хәрби-инженерлыҡ училищеһын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса ул Тула өлкәһе буйынса Росгвардия идаралығында технологик цех начальнигы булып эш башлай. Хәҙер ғаиләһе менән Тула ҡалаһында хеҙмәт фатирында йәшәй һәм шунда эшләй.

Альберт Шакиров Ишембай нефть колледжын тамамлай. Бер нисә тапҡыр Себергә эшкә бара. Хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормош иптәше менән йәшәй.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Айгөл Әхмәҙиева Күп функциялы үҙәктә эшләй. Тормош иптәше менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Уның өсөн район хакимиәтенән шылтыратыу көтөлмәгән була.

- Был фатир минеке булыуына ышанып булмай. Хатта Яңы йылды ла ошонда ҡаршылап була! Дөрөҫөн генә әйткәндә, фатир шул тиклем төҙөкләндерелгән булыр тип уйламағайным да, - тип һаман ышана алмай ул.

Айгөл, үҙ күҙҙәренә ышанмайынса, бер нисә тапҡыр фатирҙы ҡарап сыҡты. Ҡыҙҙың йөҙөнән бәхетле йылмайыу китмәне.

Һәр ҡайһыбыҙ Яңы йыл байрамын көтөп мөғжизә тураһында бер аҙ хыялланалыр, Ҡыш бабай бар һәм Яңы йыл төнөндә ул мотлаҡ һинең теләктәреңде тормошҡа ашыра тип уйлайҙыр, моғайын. Яңы 2019 йыл алдынан Айгөл, Ринат һәм Альберт менән бына ошондай яңы йыл мөғжизәһе булды. Фатирға эйә булыусыларға именлек һәм тыныс тормош теләге килә. Гөлдәр ҒӘФИЕВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: