Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
8 Декабрь 2018, 11:32

Шыршыҡай-ҡупшыҡай һәм боҙ ҡаласығы...

Тышта декабрь айы һәм барыбыҙ ҙа яратҡан, сағыу, күңелле Яңы йыл байрамын көтәбеҙ. Уның тик яҡшылыҡ - мөғжизә, яҡшы хәбәрҙәр, көтөлмәгән бүләктәр килтереүен теләйбеҙ...

Стәрлебашта байрам мөхите һиҙелә. Район үҙәгенең төп майҙанында, «Стройград» сауҙа үҙәге ҡаршыһында Стәрлебаштан Рәмзил Баһауетдинов биргән урман ҡупшыҡайы - йәшел шыршыҡай иғтибарҙы йәлеп итә. Уның тирәһендә бик йәнле. Төрлө учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар вәкилдәре, фантазия һәм оҫталыҡ күрһәтеп, боҙҙан әкиәт персонаждары, Яңы 2019 йыл символы һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындарын яһай. Улар, традиция буйынса, боҙ ҡаласығына ингән ерҙә стәрлебаштарҙы һәм район ҡунаҡтарын ҡаршылаясаҡ. Эш ҡайнай. Кемдер һындар яһай, икенселәр һыу килтерә, өсөнсөләр... кәңәш бирә. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП хеҙмәткәрҙәре барыһын да боҙ менән тәьмин иткән, төп шыршыны һәм периметр буйынса бәләкәй ихата һәм шыршылар, шулай уҡ балаларға ҙур булмаған боҙ шыуғалаҡ ҡуйған. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы - ҙур шыуғалаҡ эшләгән, электрсылар төрлө төҫтәге электр лампалары - гирляндалар һуҙа, техника майҙанды ҡарҙан һәм боҙ ярсыҡтарынан таҙарта. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҡын арала майҙан әкиәттәгесә матурланһын, Яңы йыл иҫ киткес шәп үтһен өсөн барыһы ла эшләнә.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары
Читайте нас: