Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
30 Октябрь 2018, 11:38

Иң яҡшы бүләк - балаларҙың рәхмәте

Быйыл көҙөн Первомайский ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре күҙгә күренеп матурланған балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Әлбиттә, ул элегерәк тә районда иң яҡты, уңайлы һәм иркен баҡсаларҙың береһе ине, әммә 1984 йылда мәктәпкәсә учреждение асылғандан алып яңыртылмаған ленолеум бик күп проблемалар тыуҙыра ине.

Ошо йылдарҙа ул ныҡ иҫкереп, ашығыс рәүештә алмаштырыуҙы талап итә. «Күптәргә был проблема әһәмиәтле күренмәҫ, моғайын, әммә, шул тиклем ленолеум һатып алып, уны түшәү өсөн бик күп аҡса кәрәк ине. Уҙған йәйен мин РФ Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенкоға яҙма мөрәжәғәт иттем. Һәм ул беҙҙең үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күрәһегеҙ - хәҙер беҙҙең балалар баҡсаһында утҡа сыҙамлы яңы ленолеум түшәлде. Был, тәү сиратта, кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн һәм, әлбиттә, төркөмдәрҙә күпкә уңайлыраҡ һәм яҡтыраҡ булып ҡалды», - тип шатлығы менән уртаҡлашты балалар баҡсаһы мөдире Фирүзә Ҡорбанғолова. Уҙған йома Александр Андреевич подрядсыларҙың эшен баһалап, тәрбиәселәр менән танышыр өсөн шәхсән Первомайский ауылына килде.

- Һеҙҙең балалар баҡсаһы уңайлы һәм иркен, ҙур ҡалаларҙа балаларға үҙ сиратын көтөргә тура килә. Был йәһәттән һеҙ бәхетле, - тип билдәләне А.Ющенко мәктәпкәсә учреждение буйлап йөрөгәндә. Район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов ярҙамы өсөн депутатҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Балалар рәхмәт йөҙөнән концерт күрһәтте - йырҙар йырланы, бейене, ә сара аҙағында иҫтәлеккә депутат менән фотоға төштө.

90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһына әлеге мәлдә 51 тәрбиәләнеүсе йөрөй. Күрше Мәҡсүт ауылында яңы мәктәпкәсә учреждение асылыу сәбәпле балалар һаны кәмегән. Изге күңелле, ярҙамсыл тәрбиәселәр һәм уларҙың ярҙамсылары балалар баҡсаһына килгәндәрҙең барыһына ла шат. Баҡсаға йыл әйләнәһенә ҡабул итәләр. Матур, йылы, уңайлыбаҡса - тәрбиәселәргә лә, уларҙың ата-әсәләренә лә, коллективҡа ла бик оҡшай.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: