Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
30 Октябрь 2018, 15:45

Балалар сәнғәт мәктәбендә яңы рояль

Ошо көндәрҙә Стәрлебаш ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә шатлыҡлы ваҡиға булды - мәктәп тағы бер музыка ҡоралы - рояль менән тулыланды.

Ул республика Мәҙәниәт министрлығы, муниципаль район хакимиәте һәм бюджет булмаған сығанаҡтарҙың берҙәм тырышлығы ярҙамында һатып алынды. Шулар ярҙамында Балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге рояль һатып алыу өсөн кәрәкле сумма йыйҙы. Федераль һәм республика бюджеттарынан ошо маҡсатҡа 221850 һум, урындағы хакимиәттән - 100000 һум, башҡа сығанаҡтарҙан - 79 мең һум бүленгән. Роялдең дөйөм хаҡы - яҡынса 400 мең һум тәшкил итә.

Сараны Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева асты. Ошо изге эштә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе ул. Уҡыусыларҙың һәм преподавателдәрҙең шатлыҡтарын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова һәм район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева килде.

- Беҙҙә шатлыҡлы ваҡиға - музыка ҡоралы һатып алдыҡ. Уның ярҙамында күберәк балалар музыкаға тартылһын, ә преподавателдәрҙең һәр ваҡыт эше булһын ине, тип теләге килә. Уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла ижади уңыштар теләйем, - тине Альбина Әбүзәр ҡыҙы.

- Мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе киләсәктә уҡыуҙарын сәнғәт буйынса юғары уҡыу йорттарында дауам итеп, төрлө район һәм республика ижади конкурстарында ҡатнашып, еңеү яулаһын ине, - тип теләне Рәйфә Ғәлиева.

Артабан йыйылыусылар Рената Хөсәйенова һәм Айлина Фазыловаларҙың башҡарыуында яңы музыка ҡоралының яңғырашын тыңлап, уның мөмкинлектәрен баһаланы. Татьяна Тарасованың ошо музыка ҡоралында уйнауына ҡушылып, Азалия Шафиҡова моңло йыр башҡарҙы. Рояль 35 йыл тирәһе хеҙмәт стажына эйә булған юғары категориялы преподаватель Татьяна Тарасова етәкселегендәге хор, сольфеджио һәм башҡорт музыкаһы класына ҡуйылған. Ул һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең тотош коллективы, балаларҙы музыка донъяһына ылыҡтырып, уның тылсымлы тауыштарын асыр өсөн намыҫлы эшләй.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: