Форум программаһы өс - «Тәжрибә», «Энергия» һәм «Йән йылыһы» тематик йүнәлештәрҙә эшләнде. Эксперттар менән осрашҡанда, түңәрәк өҫтәл һәм мастер-кластар ваҡытында, сарала ҡатнашыусылар тематик күнекмәләр һәм компетенциялар алып ҡына ҡалманы, хатта Рәсәйҙә остазлыҡ системаһын үҫтереү траекторияһын да әҙерләне.
«Көмөш» ирекмәндәрҙең Бөтә Рәсәй форумының икенсе көнө фәһемле программанан башланды. Сарала ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһының социаль учреждениеларында булды. Акцияларҙың береһе 160 һанлы лицей территорияһында үтте. Ирекмәндәр преподавателдәр, уҡыусылар һәм микрорайонда йәшәүселәр менән бергә Изгелек аллеяһында 40 ағас ултыртты, был эшкә шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының Йәмәғәтселек проекттары идаралығы начальнигы Сергей Новиков, Рәсәй йәштәре башлығы Александр Бугаев һәм Рәсәйҙә ирекмәндәр йылы үткәреү буйынса дирекция етәксеһе, «Роспатриоцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Ксения Разуваева ҡушылды.
Бөтә Рәсәй III «көмөш» ирекмәндәр форумын тантаналы ябыуҙа «Күңеле менән йәш» гранттар конкурсында еңеүселәр иғлан ителде. Ситтән тороп яҡлау һөҙөмтәләре буйынса илдең 20 төбәгенән 25 проект иң яҡшыһы булды. Улар 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем күләмдә финанслана.
Форумда беҙҙең район исеменән элекке хәрби, әлеге ваҡытта отставкала булған Рәфис Ишморатов ҡатнашты. Рәфис Хәким улы хәрби-патриотик тәрбиә мәсьәләһе буйынса район йәштәренең әүҙем остазы булып тора. Йыл һайын «Призывник көнө»ндә районыбыҙ егеттәре уның фәһемле кәңәштәрен, изге теләктәрен алып хеҙмәт итергә китә.