Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
15 Октябрь 2018, 12:27

Сәхнәлә беҙ йәшәрәбеҙ генә!

5 октябрҙә Өфө ҡалаһының Конгресс-холында өлкән быуын вәкилдәренең ижади үҙешмәкәр сәнғәтенең «Мин яратам һине, тормош!» VII республика фестивале үтте. Ете йыл элек ойошторолған фестивалде күптәр яратып өлгөрә, оптимизм менән һуғарылған, йәшәү рәүешен һәм күңелдең йәш булыуын күрһәтеп, ул күркәм байрамға әүерелгән. Сараның берҙән-бер һәм иң мөһим шарты - унда ҡатнашыусыларҙың йәше 55 йәштән өлкән булыу.

Ағымдағы йылда ул Президент гранттары фонды ярҙамында, һәм, уҙған йылдарҙағы кеүек үк, зональ принцип буйынса үткәрелде. Көньяҡ райондарынан һайлап алыу туры яҙ Стәрлебашта үтте. Шул саҡта компетентлы жюри Гала-концертта сығыш яһау өсөн Түбәнге Шәкәр ауылынан «Күндерәккәй» халыҡ фольклор ансамбленең сығышын һайлағайны. Ә күптән түгел республиканың баш ҡалаһына барып, унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн редакцияға ансамбль етәксеһе Люциә Байназарова шылтыратты.

- Фестивалдең һайлап алыу турында Башҡортостандың 57 район һәм ҡалаһынан барлығы алты мең тирәһе башҡарыусы ҡатнашты, - тине Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы. - Жюри хөкөмөнә күрһәтелгән 137 номерҙың 20һе генә Гала-концертҡа һайлап алынды. Улар араһында беҙҙең ансамблдең дә булыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙе тамашасылар ғына түгел, шулай уҡ жюри ағзалары, концерт режиссерҙары һәм ул көндө сығыш яһаусылар ҙа бик хуплап ҡаршы алды.

Үҙебеҙгә ҡарата күңелдәре менән йәш, матур, дәртле, тормош һөйөүсән тигән һүҙҙәр ишеттек. Был бик һөйөнөслө. Өфөнән ҡанатланып, йәшәреп, сәхнәгә күп тапҡыр сығырлыҡ көс-ҡеүәт алып ҡайттыҡ. Ошо матур сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Фестиваль - өлкән быуын вәкилдәренең ижади потенциалын асыу, уларҙың әүҙемлеген арттырыу буйынса үҙ маҡсатына иреште тип әйтә алам.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министры Ленара Иванованың: «Улар йәш саҡтарында ниндәй һөнәргә эйә булыуҙары мөһим түгел. Иң мөһиме - артистизм, вокал һәм хореография. Һәм 60 йәштән өлкән булһалар ҙа, ҡатмарлы бейеү номерҙары һәм юғары ноталар конкурста ҡатнашыусыларға еңел бирелә. Сөнки залда - яратҡан тамашасылары - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре...» тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалды. Һәм был хаҡ һүҙҙәр! Сәхнәлә сығыш яһап, беҙ йәшәрәбеҙ һәм йәшебеҙ - бары паспорттағы һандар ғына.

Р.МУСИНА.
Читайте нас: