Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
10 Август 2018, 11:56

Урамдарға асфальт түшәлә

Район үҙәге халҡы урамдарҙа ремонт эштәренең әүҙем барыуын күргәндер, моғайын.

Комсомол, Колхоз, Матросов урамдарында юлдарҙың бер өлөшөнә асфальт түшәлгән дә инде. Земская, Шишмә урамдарында ҡырсынташ түшәлгән. Беҙ барған мәлдә, шишәмбе көндө, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ленин урамында юл участкаһына асфальт түшәй ине.

«Юл ете метрға тиклем киңәйтеләсәк. Асфальт Стәрлебаш юл ремонт-төҙөлөш идаралығының асфальт-бетон заводынан килтерелә. Әгәр иртән ямғыр яумаһа, был участкала бөгөн эште тамамлар инек», - ти мастер Рәлиф Кәримов. - Асфальт түшәү машинаһында Руслан Йәғәфәров, ике катокта - Илшат Бакиров менән Илгиз Хәфизов, һыу ташыу машинаһында - Фәрит Ғимазов эшләй, юл хеҙмәткәрҙәре - Радик Низаметдинов һәм Фаил Арыҫланов.

Ике йылға бер тапҡыр соҡорҙарҙы ямау эштәре башҡарылһа ла, юлдың был участкаһы бик иҫкергәйне. Ә тыҡрыҡ алдында (Ленин урамынан Комсомол урамына боролған ерҙә) юл тигеҙ булмау сәбәпле, һәр ваҡыт һыу йыйылып, йәйәүлеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине. Хәҙер бындай проблема булмаясаҡ, тиҙәр юлсылар. Уларҙың эштәре байтаҡ әле. Планда - Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль трассаһында 1,5 километр юлды ремонтлау, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш-Федоровка трассаһының 1 км участкаһын өҫтән эшкәртеү, Ҡырғыҙ-Миәкә-Тәтер-Арыҫлан-Стәрлебаш трассаһында 500 метр юлды ремонтлау.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: