Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
27 Июль 2018, 11:07

Йорт алдары матурлана...

Кем һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип булған, матур сәскәләр үҫкән яҡшы йортта рәхәтләнеп йәшәргә хыялланмай икән? Әгәр шәхси йорт хужалары быға күп көс түкһә, күп фатирлы йортта йәшәүселәр йорт алды территорияһын төҙөкләндергәндә күберәк коммуналь хеҙмәттәргә һәм дәүләт ярҙамына өмөтләнә.

Һәм әйтергә кәрәк, уларҙың өмөттәре аҡланды! «2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында заманса ҡала мөхитен булдырыу» муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу даирәһендә, Стәрлебаш ауылында быйыл йәй өс урам һәм бер йәмәғәт территорияһы яңыртыла. Шулай итеп, Ленин урамындағы 96 һәм 98 һанлы йорттар һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 9 һанлы йорт алдында төҙөлөш эштәре ҡыҙыу бара. Бында иҫке бордюрҙарҙы алып, яңыһын ҡуйғандар, кер киптереү майҙансыҡтарына асфальт түшәү эштәре барыла, һуңынан эскәмйәләр, урналар, балалар бәүелсәктәре урынлаштырыласаҡ. Әлеге эштәрҙе «Регионстрой» йәмғиәте ойошмаһы башҡара. Һәм йорт алды территорияһы күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Әммә... уларҙы төҙөкләндергәндән һуң барыһын да тәртиптә тоторға ла кәрәк. Бының өсөн йортта йәшәүселәр сүп-сар ташламаҫҡа, арттарынан йыйыштырырға бурыслы. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ территорияларында хужа була белергә лә тейеш.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: