Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
27 Июль 2018, 11:05

Уларға икеләтә уңыш йылмайҙы

Һорау менән файҙаланған һөнәргә эйә булыу - ҙур бәхет, әгәр уны ҡалаға бармай ғына үҙ район үҙәгендә алһаң - икеләтә уңышлы.

- Бөгөнгө көндә парикмахер һөнәре ҙур һорау менән файҙалана, сөнки бөтә кеше лә матур булырға теләй. Ә зауыҡлы прическа кешене ҡиммәтле косметикаға ҡарағанда ла матурлай ала. Әгәр белгеслегең буйынса эшләмәһәң дә, яҡындарыңдың сәсен ҡырҡып, прическалар яһап, һиҙелерлек ғаилә бюджетын экономиялай алаһың, тинеләр 23 июлдә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә ошо һөнәр буйынса парикмахер документын алған 13 ҡатын-ҡыҙ.

Документтарҙы район Мәҙәниәт йортонда тантаналы тапшырыу булды. Был көндө яңы һөнәрҙе үҙләштереүсе һәр оҫта Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең уҡыу үҙәге вәкиле Марина Фадееваға нимәгә өйрәнеүҙәрен - ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, модель сәс ҡырҡыу һәм прическалар эшләп күрһәтте, уларҙың яҡындары - тормош иптәштәре, балалары, туғандары, әсәйҙәре моделдәр ролен башҡарҙы.

Ҡасандыр медицина хеҙмәткәре, менеджер, кассир, бухгалтер булып эшләгән кешеләр яҙмыш ҡушыуы буйынса эшһеҙ ҡала. Һәм ошо ауыр ваҡытта уларға район үҙәгендә яңы һөнәргә уҡыуҙар ойошторған халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙам ҡулы һуҙа. Белем алыусылар араһында декрет ялында булған ике ҡатын бар ине, ҡалғандары - Стәрлебаш, Первомайский, Өсөгән-Әсән ауылдарынан, улар эшһеҙлек буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә тора. Береһе - Федоровка районынан. Уларҙы «Орхидея» парикмахерскийы хужаһы Гөлнара Исхаҡова дүрт ай дауамында парикмахер серенә өйрәткән.

Уҡыуҙарҙы ойоштороусы, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең элекке район-ара бүлек начальнигы Иван Ефремов һәм бүлек начальнигы вазифаһы бурыстарын башҡарыусы Нәзир Сабитов яңы һөнәргә эйә булыусыларҙы йылы ҡотлап, барыһына ла белгеслектәре буйынса эшкә урынлашыуҙарын, һөнәрҙәре матди ҡәнәғәтлек килтереүҙән тыш, күңелдәренә лә ятыуын теләне. Шулай булыр ҙа, сөнки һәйбәт парикмахер психологҡа тиң, тирә-яҡтағыларға матур булырға ярҙам итеү һәм уларға яҡшы кәйеф бүләк итеү - ошо мөғжизә түгелме ни?

***

Гөлсәсәк Исхаҡова, төркөм старостаһы.

- Беҙ уҡыуҙарҙан һәм алған белгеслектәрҙән бик ҡәнәғәт. Төркөм һәйбәт булды, ошо ваҡыт эсендә беҙ ныҡ дуҫлашып өлгөрҙөк. Иван Ефремовҡа, айырыуса Гөлнара Исхаҡоваға ҙур рәхмәт. Уның дәрестәрен, изгелеген, түҙемлелеген бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Дәрестәр ауыр бирелгәндәр менән ул өҫтәмә шөғөлләнә ине. Барыһына ла сәләмәтлек, уңыштар һәм именлек теләйбеҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: