Буҙат ауылында йәшәүсе Әлфира һәм Фәрит Абайҙуллиндарға улдары хеҙмәт иткән хәрби частан сираттағы Рәхмәт хаты килә. Унда былай тиелә: «Улығыҙ Филүс үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, намыҫлы һәм ышаныслы хәрби хеҙмәткәр. Уҡыу фәндәре буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә. Хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй менән файҙалана һәм етәкселәр араһында хөрмәт яуланы».
Филүс бала саҡтан уҡ әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Дүрт йәшендә сәхнәлә сығыш яһай. 9 класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалына уҡырға инә, тракторсы-машинист һәм иретеп йәбештереүсе белгеслеге ала. Колледжда уҡыған йылдарында «Стәрлебаш бөркөттәре» халыҡ эстрада-фольклор ансамбленә алына. Уның составында егет район сараларында, шулай уҡ колледж данын яҡлап, ижади конкурстарға ла йөрөй. Преподавателдәре һәм уҡытыусылары уны тик яҡшы яҡтан ғына баһалай. Бөгөнгө көндә Филүс Бүрәт Республикаһы Улан-Удэ ҡалаһында артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Гәзит уҡыусылар исеменән уға хеҙмәтен уңышлы тамамлап, иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтыуын теләйбеҙ, өйҙә уны туғандары һәм яҡындары түҙемһеҙләнеп көтә.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Фото ғаилә альбомынан.