Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
29 Июнь 2018, 12:03

Хеҙмәткә һәм оборонаға - әҙер!

15 июндән 17 июнгә тиклем Туймазы ҡалаһында III (11-12 йәш) һәм IV баҫҡыстар (13-15 йәш) белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының йәйге фестивале үтте.

Ярышта 23 команда көс һынашты, улар араһында: Игнат Афанасьев, Александр Афанасьев, Жанна Макарова, Камил Хәсәнов (барыһы ла район үҙәгенең 2-се урта мәктәбенән), Илназ Хәбибуллин, Эвелина Йыһаншина, Зилиә Ғәлимова (барыһы ла 1-се урта мәктәптән) һәм Сабрина Шәрәфетдинованан (Первомайский урта мәктәбе) торған беҙҙең район командаһы ла булды. Республика райондарының 12 командаһы араһынан беҙҙең спортсылар өсөнсө урын яулаған Краснокама районынан бер аҙ мәрәйҙәр буйынса ҡалышып, дүртенсе урынға лайыҡ булды.

Регина ҒИНИӘТУЛЛИНА, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: