Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
22 Июнь 2018, 11:34

Байрам Гиннестың рекордтар китабына инде

Уҙған аҙнала Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтте. Биш көн дауамында Башҡортостандың баш ҡалаһы илдең иң ҙур фестиваль майҙансыҡтарының береһенә әйләнде. Ғәйәт ҙур музыкаль форум публиканы төрлө стилдәрҙең, йүнәлештәрҙең киңлеге, мәҙәни программаның төрлөлөгө менән шаҡ ҡатырҙы.

Шуларҙың береһендә, Башҡортостан халыҡтарының республика милли кейем байрамында беҙҙең район вәкилдәренең дә ҡатнашыуы һөйөнөслө. Милли костюмдар кейеп, «Күндерәккәй» халыҡ фольклор ансамбле республика байрамында ихлас ҡатнашты. Коллектив етәксеһе Люциә Байназарова әйтеүенсә, байрамға Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сил илдәрҙән милли кейемдәрҙә 1000 ашыу кеше йыйылғайны. Музыка ҡоралдарында уйнап, улар республикабыҙҙың баш ҡалаһының бер нисә урамы буйлап үтте. Был сағыу, ғәйәт ҙур тамаша киң күләмлелеге менән Гиннестың рекордтар китабына индерелде.

М.ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Читайте нас: