Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
8 Июнь 2018, 12:38

Спорт армияла ла ярҙам итә

Стәрлебаш ауылынан Гөлнара менән Илдар Шәриповтар үҙҙәренең улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Улар ысын ил һаҡсылары. Өлкән улдары Динар хеҙмәтен Белгород ҡалаһында үткән. Часть командирынан уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә алғандар. Хәҙер кесе улдары Дамир ил алдындағы изге бурысын үтәй.

Армияға тиклем Дамир Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Өфө дәүләт нефть институтының филиалын тамамлай. Һалдат формаһын ул үткән йыл май айында кейгән. Псков өлкәһендә дүрт ай уҡығандан һуң ул Свердловск өлкәһенең Свободный ҡасабаһына күсерелә. Егет ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Дамир уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән, еңел атлетика, волейбол менән шөғөлләнгән. Хәҙер быларҙың барыһы ла уға хеҙмәт иткәндә ныҡлы ярҙам итә. Армиялағы физик күнекмәләр егеткә еңел бирелә.

Күптән түгел Шәриповтар хәрби часть командиры И.Лущандың ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаты алды. «Стратегик тәғәйенләнешендәге ракета ғәскәрҙәре етәкселегенә физик әҙерлек буйынса контроль-комплекс тикшереүен тапшырғанда күрһәткән яҡшы физик әҙерлек кимәле өсөн улығыҙ Д.И.Шәриповҡа, уға яҡшы тәрбиә биргән өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ», - тиелә хатта.

Дамир Шәрипов тиҙҙән демобилизациялана. Ул хәрби хеҙмәтен лайыҡлы үтәп, иҫән-имен йөрөп ҡайтһын!

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: