Традиция буйынса, был юлы яҙылыу квитанцияларын махсус йәшниктән тартып сығарырға гәзиткә яҙылыусыларҙың береһенә - район үҙәгенән Рәфҡәт Ғөбәйҙуллинға тәҡдим ителде. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға шәхсән килеүселәр бишәү ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндө уларға бәхет йылмайманы. Ә бына үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн был көн уңышлы булды. Алты бүләк медицина хеҙмәткәрҙәренә: Р.Ҡотлошина, Л.Гәрәева, Л.Камалетдинова, М.Сәғитова, З.Әхмәтйәнова, Г.Шабаеваларға тапшырылды. Бүләк отоусы башҡа бәхетле яҙылыусылар ҙа район үҙәгенән. Улар иҫәбенән Рәшит Арыҫланов (һүрәттә) район гәзитен бер нисә тиҫтә йыл алдыра һәм баҫманың һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Өс йыл элек тә ул бүләк отҡан, быйыл, үҙе әйтмешләй, уға тағы бүләк эләгер тип өмөтләнмәгән. «Көтмәгәндә бүләк отһаң - икеләтә һөйөнөслө», - тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Рәшит Ғөбәйҙулла улы, матур биҙәкле сынаяҡҡа ҡарап. «Хәҙер шунан ғына сәй эсеп, гәзит уҡырһығыҙ», - тинем мин. «Шулай итермен инде», - тип йылмайҙы ул.
Район гәзите уҡыусыһы булыу - тирә-яҡта булған төп ваҡиғалар тураһында тәүгеләр иҫәбендә белеү мөмкинлеге генә түгел, уңышты һынап ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек тә. Беҙ еңеүселәрҙе ҡотлап, гәзиткә яҙылыусыларыбыҙға 18 майҙа 10.00 сәғәттә гәзит редакцияһында үтәсәк киләһе бүләк уйнатыуҙа уңыштар теләйбеҙ. Ә яҙылып өлгөрмәгәндәргә гәзиткә яҙылыу мөмкинлеге бар, өҫтәүенә 20 майға тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып була тип хәбәр итәбеҙ. Артабан квитанцияны редакцияға ебәреп йәки килтереп, бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыуығыҙҙы белдерергә генә кәрәк.