Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
11 Май 2018, 11:26

Йәш рәссамдарҙың ҙур еңеүҙәре

«Котовасия-2018» Халыҡ-ара юмористик һүрәттәр конкурсы йәш рәссамдар араһында ғәйәт ҙур популярлыҡ яуланы. Уның маҡсаты - ижад аша бесәйҙәргә ҡарата һөйөүебеҙҙе күрһәтеү. Ул ике этапта үтте. Ситтән тороп ойошторолған конкурста илебеҙҙең 177 ҡала һәм ауылынан, шулай уҡ Латвия, Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән биш меңгә яҡын рәсем-графика һәм биҙәү-ҡулланма эштәре ҡатнашты.

Беҙҙең сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының да йыл һайын ошо абруйлы конкурста әүҙем ҡатнашыуҙары һөйөнөслө. Мәҫәлән, ағымдағы йылда юғары квалификациялы жюри ағзаларына баһалау өсөн беҙҙең уҡыусыларҙың 80 эше ебәрелеп, шуларҙың 20һе Халыҡ-ара конкурс дипломдары менән бүләкләнде. Алһыу Кинйәбулатова, Сабрина Шәрәфетдинова, Елизавета Заварзина, шулай уҡ Эльвир Сиразов, Кирилл Денисов, Искәндәр Ғиниәтуллиндың коллектив эше (уҡытыусылары Г.Д.Кинйәбулатова) беренсе, Аймина Шишкова (уҡытыусыһы Л.Х.Абайҙуллина), Руслан Биктов, Юлиә Сәғитова, Илиза Хөбөтдинова һәм Дениза Мостафина, Илина Хөбөтдинова, Эльнара Мансуроваларҙың коллектив эше (уҡытыусылары Г.Д.Кинйәбулатова) икенсе, Лена Зәйнетдинова, Илүзә Бикташева (уҡытыусылары Г.М.Ҡаҙаҡбаева), Дениза Мостафина, Динә Ғәлиева, Егор Заварзин, Кирилл Денисов һәм Алһыу Кинйәбулатова, Диана Сергеева, Әлиә Сиражетдиноваларҙың коллектив эше (уҡытыусылары Г.Д.Кинйәбулатова), Анастасия Давыдова, Диана Кәримова, Илүзә Ҡаҙаҡбаева, Булат Йәрмиев (уҡытыусылары Л.Х.Абайҙуллина) өсөнсө урын яуланы.

Рената Харисова, Тимур Ғиләжетдинов, Арина Ғәлиева, Анастасия Давыдова (уҡытыусылары Л.Х.Абайҙуллина), Радмила Вилданова, Диана Сергеева, Галина Соболева, Егор Заварзин, Сабрина Шәрәфетдинова, Руслан Биктов, Динә Ғәлиева (уҡытыусылары Г.Д.Кинйәбулатова) дәртләндереү дипломдары менән бүләкләнде.

Республикабыҙ баш ҡалаһында үткән конкурстың икенсе этабында төрлө төҫтәге һәм тоҡомло бесәйҙәр һүрәттәре бихисап ине. Конкурстың мөһим өлөшө булып торған бесәйҙәр дефилеһында тотош республиканан 47 уҡыусы ҡатнашты. Шуларҙың бишеһе беҙҙең сәнғәт мәктәбенән. «Принцесса» исемле бесәй костюмы кейгән Азалия Сәйфуллина 8-10 йәш категорияһында еңеүсе булып, III дәрәжә дипломға эйә булды.

Конкурсҡа килгән ҡунаҡтар дефиле һәм бесәйҙәр шоу-концерты ҡарағансы, фойела «Тере конкурс» барҙы. Бында 72 йәш рәссам ысын бесәйҙәргә ҡарап һүрәт төшөрҙө. Уларҙың бурысы - ҡағыҙҙа бесәйҙәрҙең хис-тойғоларын күрһәтеү. Беҙҙең мәктәптән был конкурста 11 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында Наҙгөл Абайҙуллина (уҡытыусыһы Л.Х.Абайҙуллина), Алһыу Кинйәбулатова, Диана Сергеева (уҡытыусылары Г.Д.Кинйәбулатова) 8-10 йәш категорияһында еңеүсе булып, III дәрәжә диплом алды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм преподавателдәрҙе ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Афарин!

Гөлнара КИНЙӘБУЛАТОВА,

Балалар сәнғәт мәктәбе художество бүлегенең беренсе категориялы преподавателе.
Читайте нас: