Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
19 Февраль 2018, 11:54

Һәләтле ҡыҙ

«Мин Космоста, ә Космос миндә йәшәй» - Мәскәү ҡалаһында үткән халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсы темаһы шулай тип аталды. Ойоштороусылар уның мәғәнәһен былай тип аңлатты: «Космос» - грек теленән тәржемә иткәндә «матурлыҡ», «гармония»ны аңлата. Кеше космостың бер өлөшө булып тора, шуға ла тыуғанда уҡ һәр ҡайһыбыҙға гүзәллек хисе һалынған. Беҙҙең уй-хистәребеҙ - ул да Космос. Һәр кемдең ул үҙенсә, һәм һәр ҡайһыбыҙ тирә-яҡты үҙенсә күрә һәм тоя.

Конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу ғәйәт ҙур була. Унда ҡатнашыуға донъяның 15 иленән ун меңдән ашыу балалар һүрәттәре килә. Конкурс дүрт йәш төркөмөндә үткәрелә: 5-7, 8-10, 11-12 һәм 13-14 йәш. Шундай киң күләмле конкурста беҙҙең райондан да бер ҡыҙ ҡатнашты. Первомайский мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Юлиә Сәғитованың эше 11-12 йәш төркөмөндә беренсе урын яулай.

Һүрәт төшөрөү таланты Юлиәгә атаһынан бирелгән. Салауат Рифғәт улы һәйбәт һүрәт төшөрә, төрлө ҡул эштәре лә иҫ киткес матур килеп сыға. Юлиә Балалар сәнғәт мәктәбендә 2 кластан шөғөлләнә. «Етәксем Гөлнара Кинйәбулатоваға ҙур рәхмәтлемен. Ул сабыр, изге күңелле һәм ижади кеше», - тип һөйләй ҡыҙ. Һүрәт төшөрөүҙән тыш, Юлиә спорт менән мауыға. Волейбол, баскетбол уйнарға, йүгерергә ярата. Уҡыуҙа ла өлгөрә, ғаиләлә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы ла ул. Сәғитовтарҙың балалары дүртәү. Иң кескәйҙәре Станиславҡа бер ай ғына.

«Үҫкәс кейем-һалым дизайнеры булырға теләйем. Был һөнәргә эйә булыр өсөн бик күп белем кәрәк. Кешеләрҙең буй-һындарын өйрәнергә, һүрәт төшөрә белергә, туҡыманы дөрөҫ киҫергә, төҫтәр һәм туҡымаларҙы, биҙәүестәр һайлай белергә кәрәк. Миңә быларҙың барыһы ла бик ҡыҙыҡ! Кеше күңеленә хуш килгән эш һайларға тейеш, сөнки был һөнәр буйынса ғүмер буйына эшләргә тура килә, шуға ла уны яратырға кәрәк», - тип һөйләй Юлиә. Хәҙер ҡыҙ республика конкурсы өсөн һүрәт өҫтөндә эшләй. Уның барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ, сөнки ул талантлы, эш һөйөүсән һәм, иң мөһиме, маҡсатҡа ынтылыусан.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: