Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
23 Ғинуар 2018, 16:15

Заманса һатыу өсөн яңы павильон

Әйтергә кәрәк, район үҙәгендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн павильон урынлаштырыу күптән кәрәк ине. Сөнки фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләре үҙ тауарын урамда һатты (ҡайһы саҡ кәштә урынына йәшниктәр ҡуйып, автомашина капотына теҙеп), йәиһә ауыл хужалығы продукцияһы баҙарына бер нимәһе менән дә оҡшамаған ихата менән уратылған махсус урында. Район хакимиәте һәм урындағы ауыл Советы байтаҡ инде әлеге мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләне. Күптән түгел, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу проблемаһы хәл ителде. Уҙған йылдың декабрь айында рәсми рәүештә яңы павильон асылды. Был турала беҙгә Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов һөйләй.

- Был ҡоролма беҙгә (Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә) яҡынса 450 мең һумға төштө, шуның 300 мең һумы район бюджетынан бүленде. Әлеге суммаға павильондың үҙен һатып алыу (шәхси эшҡыуар Л.Х.Абайҙуллинанан), уны монтажлау, шулай уҡ яңы прилавкалар урынлаштырыуға киткән сығымдар инә. Шунан һуң «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре прилавка аҫтына ағас кәштәләр эшләп ҡуйҙы һәм аяҡ аҫтына ағастан иҙән түшәне. Павильон эсенә электр үткәргес индереү, уны электр селтәренә тоташтырыу менән «Стерлибашевсксельэнерго» һәм «ГипЭлектро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр шөғөлләнде, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ваҡ таш менән тәьмин итте, уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Ауыл биләмәһе Советы ҡарары менән павильонды хеҙмәтләндереү һәм ҡарап-тотоу менән «Жилищник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ ултырышта сауҙа урындары өсөн аренда түләүенең хаҡтары раҫланды. Эдуард Анатольевич һүҙҙәренә ҡарағанда, йәйгә ҡарата, баҡса эштәре асылыу менән, урамда үрсетмәләр һәм үҫентеләр һатыусылар өсөн дә сауҙа кәштәләре урынлаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ баҙарға ҡараған территория ла төҙөкләндереләсәк. Павильон эсенә туңдырғыс камераһы ҡуйыу ҙа планда бар. Әлеге объектты асыу - заманса сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ә уның хаҡы (ул һәр кемгә лә ҡулай) анһат табыш

алыу маҡсатында түгел, ә электр энергияһы, бинаны һәм уға ҡараған территорияны тәртиптә тотоу сығымдарын ҡаплатыу өсөн алына. Ирле-ҡатынлы Искәндәровтар: - Беҙ Стәрлебаш ауылында йәшәйбеҙ. Хужалыҡта эре мал, ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ. Йыш ҡына үҙ продукциябыҙ менән баҙарға сығабыҙ. Бөгөн ит һатабыҙ. Павильонға килгәндә, ул таҙа, яҡты, ә иң мөһиме, һатып алыусыларҙы ла, һатыусыларҙы ла ел-ямғырҙан һаҡлай. Был тышта һатыуға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ. Бында һәр саҡ кеше күп булыуын теләйбеҙ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: