Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
19 Ғинуар 2018, 12:38

Дөйөм көс менән яңы ҡапҡа

Стәрлебаш ауылының мосолмандар зыяратында төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләре йыш үткәрелеүе тураһында яҙғаныбыҙ бар. Ошо көндәрҙә беҙгә тағы бер һәйбәт хәбәр килде - бында тимерҙән семәрле ҡапҡа ҡуйылған.

Зыяратты ҡараусы Ҡадир Хәсәнов һәм уның ярҙамсыһы Закир Дәминов һүҙҙәре буйынса, йөк машинаһы инеп, ҡороған ағас ботаҡтарын, өмәләрҙән һуң йыйылған сүп-сарҙы түгеү өсөн бындай ҡапҡа күптән кәрәк ине. Ярҙам һорап, шундай әйберҙәр эшләүселәргә мөрәжәғәт итәләр. Уларға шәхси эшҡыуар Руслан Абайҙуллин ярҙам итергә теләк белдергән. Материал өсөн генә аҡса алған, ә эште үҙ иҫәбенә башҡарған. Һөҙөмтәлә, ҡапҡа зыяраттағы кәрәге булмаған тимер һыныҡтарын тапшырыуҙан йыйылған һәм халыҡ биргән хәйер аҡсаһына эшләнгән. Уларҙы сварщик Илдус Әсфәндийәров һәм слесарь Рәмил Рәхимҡолов башҡарған.

Әңгәмә барышында Закир Бакир улы тағы ла бер яңылыҡ менән уртаҡлашты. Уҙған йылда район үҙәгенең барлыҡ өс мәхәлләһе бүлгән аҡсаға ҡәбер ҡаҙыу өсөн яйланма һатып алынған. Ә быйыл электрогенератор һатып алырға планлаштыралар. Яңы зыярат өсөн майҙан бүлеү кәрәклеге тураһында һөйләшеү бара, сөнки әлегеһе тулған.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото Т.Баҙарбаев тарафынан бирелде.
Читайте нас: