Район гәзитенән тыш, ул шулай уҡ республика гәзитжурналдарын да яратып уҡый. - Минең яратҡан баҫмаларым - «Йәшлек», «Тамаша», «Шоңҡар» һәм, әлбиттә, «Стәрлебаш шишмәләре», - ти Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы. - Өҫтәүенә, мин бүләк уйнатыуҙарҙа даими ҡатнашам, һәм, әйтергә кәрәк, уңышһыҙ түгел. Ошо йылдар дауамында төрлө баҫмаларҙан яҡынса ун иҫтәлекле бүләк: сәй сервизы, пледтар, шәкәр һауыты һ.б. оттом. Уҙған йылда ла миңә ике тапҡыр уңыш йылмайҙы. Ул район гәзите бүләген отоуҙан тыш, «Супер бүләк от» уйынында ҡатнашып, «Республика Башкортостан» нәшриәт йортонан планшет та ала. - Телефон аша бик күп ҡотлауҙар яңғыраны, әммә район гәзите мөхәррире Мансаф Ғәниевтың изге теләктәре иң иҫтә ҡалғаны булды. Унан шул тиклем күп йылы һүҙҙәр ишеттем, - тип тәьҫирләнеп һөйләне беҙҙең менән аралашҡанда Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы. Ул бик күп гәзит-журналдар уҡырға ярата. Өҫтәүенә, үҙе уҡып бөткәс, яңылыҡтар тураһында белһендәр, файҙалы кәңәштәр һәм аш-һыу рецептарын яҙып алһындар өсөн уларҙы таныштарына һәм яҡындарына ла бирә икән. Шул уҡ ваҡытта гәзиттәрҙә реклама аҙыраҡ булһын ине, тигән теләк белдерҙе. Гөлниса Фәйзулла ҡыҙының байтаҡ йылдар беҙҙең әүҙем ауыл хәбәрсеһе булыуын һәм уның ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙыуын да билдәләп үтке килә. Бының өсөн уға айырыуса ҙур рәхмәт. - Бүләк уйнатыуҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк һәм шул саҡта һеҙгә уңыш йылмаясаҡ, - тип иҫәпләй ул. - Иҫтәлекле бүләк өсөн рәхмәт! Редакция коллективын һәм район халҡын Яңы 2018 йыл менән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ, уңыштар һәм ғаиләләрегеҙгә бәхет теләйем.