Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
8 Ғинуар 2018, 11:22

Хеҙмәте юғары баһаланды

Фәрит Гәрәй улы Ҡәйүпов (һүрәттә) районда билдәле шәхес. 43 йыл хеҙмәт эшмәкәрлегенең 30 йылдан ашыуын тыуған районына бағышлай. Шуларҙың 23 йылында етәксе вазифалар биләй. Халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС район комитетының беренсе секретары, район хакимиәте башлығы була. Һәр ерҙә һөҙөмтәле, намыҫлы эшләй.

Стәрлебаштар - рәхмәтле халыҡ. Фәрит Гәрәй улының хеҙмәтен онотмай, уға «Стәрлебаш районының почетлы гражданины» исеме бирелә. Таныҡлыҡты һәм ҡыҙыл таҫманы изге теләктәр менән уға район Советының XVI ултырышында район Советы рәйесе Юнир Рысаев тапшырҙы. - Район Советы президиумына, район хакимиәтенә һәм депутаттарға хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был исем - минең өсөн иң ҡиммәтле бүләк, - тип билдәләне Фәрит Гәрәй улы. - Билдәләп үткем килә, был ошо йылдарҙа минең менән бергә эшләгәндәрҙең барыһының да дөйөм хеҙмәте. Ул район менән идара итеүҙе Илдар Лоҡмановҡа ышанып тапшырған 2004 йылды иҫкә төшөрҙө. Шул саҡта тантанаға килгән республиканың Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов район хакимиәте командаһын юғары баһалап, барлыҡ бурыстарҙы ла үтәй алаһығыҙ тип әйтә. - Бөгөнгө команда шулай уҡ көслө, һеҙгә район мәнфәғәтендә уңышлы эшләүегеҙҙе һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешеүегеҙҙе теләйем, - тине йыйылыусыларға Ф.Ҡәйүпов.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: