Конкурс тураһында ишеткәс, Юлиә шунда уҡ түңәрәк етәксеһе Лилиә Хәкимоваға унда ҡатнашырға теләүен әйтә. Дәүләт символдары һәм бәйләү араһында нимә уртаҡ, тип әйтерһегеҙ. «Эскиз яһағас, үҙенсәлекле булһын өсөн материал сифатында мин буяуҙар түгел, ә төҫлө ептәр һайланым», - ти ул. Уның эшендә барыһы ла: башаҡ - муллыҡ, һәйбәт уңыш, аҡ сәскә - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе һәм, әлбиттә, бал ҡорттары - донъяға танылған башҡорт балы символдары һүрәтләнгән. Республикабыҙҙа күп милләт вәкилдәре татыу һәм берҙәм йәшәй. Был ҡояшҡа, зәңгәр күккә һәм баш осонда осҡан тыныслыҡ ҡоштары - аҡ күгәрсендәргә ихлас шатланған милли кейемдәрҙә рус һәм башҡорт ҡыҙҙары образында сағыла. Юлиәнең эстәлекле һәм сағыу эше конкурстың республика этабында икенсе урын алған. Ә күптән түгел Юлиә бихисап ыңғай тәьҫораттар алып Мәскәү ҡалаһынан ҡайтты, ул унда республикабыҙ делегацияһы менән барҙы. «Мин етәксем Лилиә Ғәбделбарый ҡыҙына, ата-әсәйемә ярҙамдары, кәңәштәре өсөн рәхмәтлемен. Был онотолғоһоҙ көндәр булды. Ҡыҙыҡлы эштәр шул тиклем күп булды, яңы дуҫтар ҙа таптым», - тип һөйләй Юлиә