Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
29 Декабрь 2017, 11:32

Автомат кер йыуыу машинаһы - көтөп алынған бүләк

Тәтер-Арыҫлан балалар баҡсаһы ауыл уртаһында урынлашҡан. Уның территорияһы һәр ваҡыт таҙа һәм төҙөкләндерелгән. Уҙған йылда урындағы хакимиәт ярҙамы менән бында балалар майҙансығы ҡуйыла. Киләһе, юбилейлы йылда (учреждение 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк) урындағы инициативаларға ярҙам программаһы буйынса бинаның тәҙрәләрен һәм ишектәрен алмаштырыу планлаштырыла. Ә ошо көндәрҙә шатлыҡты ваҡиға булған. «Арыҫлан» йәмғиәте урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы учредителе Вәғиз Сәлимйәнов балалар учреждениеһы өсөн кәрәкле көнкүреш техникаһы - автомат кер йыуыу машинаһын бүләк иткән.

Балалар баҡсаһында берҙәм һәм дуҫ коллектив эшләй. Тәрбиәләнеүселәр, ә улар бөгөн 33, был көндө уларға бында ни тиклем оҡшауын күп тапҡыр ҡабатланы. Улар шулай уҡ Ҡыш бабайға хат яҙыуҙарын һәм түҙемһеҙлек менән Яңы йылда бүләктәр көтөүҙәре тураһында һөйләне. - Ә беҙ, өлкәндәр, Ҡыш бабайға түгел, ә Вәғиз Шәкүр улына мөрәжәғәт иттек һәм

ул беҙгә ысынлап та ҙур ярҙам күрһәтте. Эш шунда, балалар баҡсаһында күпмелер ваҡыт кер йыуыу проблема ине. Иң ябай «Ока» кер йыуыу машинаһы 10 йылдан ашыу эшләне. Һуңғы ваҡытта беҙ уның менән ҡулланмай ҙа инек, тип әйтергә була. Керле урын кәрәк-яраҡтарын сиратлап өйгә алып ҡайтып, үҙебеҙҙең «автомат»тарҙа йыуа инек, - тип һөйләй өлкән тәрбиәсе Винера Арыҫланова. - Вәғиз Шәкүр улы беҙҙең үтенесте тыңлап, Яңы йыл алдынан килеп, кер йыуыу машинаһы бүләк итте. Коллективтың һәм балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, урындағы хакимиәт башлығы С.С.Ғүмәров та килде, өҫтәүенә, уларҙың һәр ҡайһыһы бәләкәстәргә күстәнәстәр алып килгәйне. Ә улар, үҙ сиратында, ижади һәләттәрен күрһәтте: йырланы, шиғырҙар һөйләне. Быларҙың барыһына ла уларҙы тәрбиәсе Гүзәлиә Мөхәмәтшина өйрәткән. Барлыҡ байрам саралары, балалар баҡсаһында йәки

ауыл мәҙәниәт йортонда булһынмы, Гүзәлиә Йәғәфәр ҡыҙының ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, ул йырҙар ижад итә, баянда ла оҫта уйнай. Балаларҙың сығышынан һуң ҡунаҡтар уларға: сәләмәт, изге күңелле, тыңлаусан булып үҫеүҙәрен теләне. Быларҙың барыһы ла бойомға ашһын, ә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тормошо яҡты һәм уңышлы булһын. Балалар баҡсаһы коллективы Вәғиз Сәлимйәновҡа ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерә. Ә беҙгә кер йыуыу машинаһы оҙаҡ эшләһен һәм хужаларҙы шатландырһын тип теләйһе генә ҡала.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотолары.
Читайте нас: