Йәмғиәт
15 Октября , 05:38

Хеҙмәт менән сыныҡҡан ағинәй

Ошо көндәрҙә Яңы Ҡалҡаш ауылында йәшәүсе Миниса Ҡарамышева 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Был юбилей датаһы менән ҡотлау ғына түгел, бала сағын һуғыш урлаған, үҫмер йылдары ауыр хеҙмәттә үткән быуындың ҡаһарманлығы алдында баш эйеү. Мәҡәләбеҙ лайыҡлы тормош юлы үткән ағинәй тураһында. Уның яҙмышында көҙгөләге кеүек тотош илебеҙҙең тарихы сағыла. Миниса инәй кеүек өлкән кешеләр тураһында һөйләгәндә күҙҙәргә йәш эркелә. Ул да тормош юлы хаҡында һөйләгәндә күҙ йәштәрен йәшермәне. Миниса Ҡарамышеваның кесе Ватаны - Ҡаранай ауылы. Уның әсәһе, Ғәйникамал, Байым ауылынан була. Дүрт йәше тулғас та, етем ҡала һәм туғандары иң яҡын кешеләренә әүерелә. Ғәйникамалдың тормошо еңел булмай: Мортаҙа ауылы егетенә кейәүгә сыға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше вафат була. Һәм тол ҡатын ҡыҙы Миңлеямал менән туғандарына ҡайта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәт менән сыныҡҡан ағинәйХеҙмәт менән сыныҡҡан ағинәй
Хеҙмәт менән сыныҡҡан ағинәй

Һуңынан яҙмыш уны Ҡаранай ауылынан Барый исемле ир менән ҡауыштыра. Ҡатыны мәрхүмә була, яңғыҙ балаларын тәрбиәләй. Улар ҡорған ғаиләгә бер улы - Сәйетгәрәй генә килә. Һуңынан мәҡәлә геройыбыҙ Миниса донъяға тыуа.

Ҡәһәрле һуғыш башлана, һәм Минисаның атаһын фронтҡа алалар. Ҡыҙ атаһын хәтерләмәй, әммә апаһы Миңлеямалдың һуғышҡа китер алдынан атаһы Миниса ятҡан сәңгелдәк эргәһенә килеп, уны ҡулына алып хушлашыуы тураһында һөйләгәнен ғүмерлеккә йөрәгендә ҡәҙерләп һаҡлай. Ул, әйтерһең дә, мәңгелеккә китеүен һиҙә. Ошо көндән алып уларҙың тормошонда ҡара көндәр башлана. Етемлек, яҙмыш һынауҙары төшә уларҙың иңенә. Әсәләре балаларын алып Яңы Ҡалҡаш ауылына туғандарына ҡайтырға мәжбүр була. Ни өсөн уның Ҡаранай ауылындағы ике тәҙрәһе бер яҡҡа, бер тәҙрәһе икенсе яҡҡа ҡараған йортон ҡалдырып ҡайтыуы Миниса өсөн дә сер булып ҡала. Бәлки, нужа һәм өмөтһөҙлөк мәжбүр иткәндер, ә туғандары эргәһендә еңелерәк булыр, тип уйлағандыр.

Улар бригадир булып эшләгән ике туған ағаһында йәшәй. Ул мәрхүм булғас, ғаилә ат һарайындағы бәләкәй бүлмәгә күсергә мәжбүр була. Ә һуңынан, йәшәр өсөн бөтөнләй яраҡлашмаған иген склады йорто. Тап унан, һалҡын бинанан Миниса беренсе класҡа уҡырға бара.

Уның бар тормош юлы хеҙмәттә үтә. Уға үҙәккә үтерлек һыуыҡты татырға, аҡылдан яҙҙылырлыҡ аслыҡ кисерергә тура килә. Ул көс түгеп алған икмәк ҡәҙерен яҡшы белә. Ике туған апаларына күскәс, Миниса был ғаиләгә ярҙам итергә тырыша, балаларын ҡарай.

Өлкән апаһы Миңлеямалды әсәләре балаһы булмаған туғанына бирергә мәжбүр була. Ул көн һайын килеп Ғәйникамалдан ҡыҙын биреүен һорай, сөнки тормош иптәшен фронтҡа алалар, ә уны урман әҙерләргә ебәрергә тейеш булалар. Унда бармаҫ өсөн, Миңлеямалды ҡыҙлыҡҡа ала. Шулай итеп, апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙы айыралар. Миңлеямал Һарайҫа ауылында етеш тормошта үҫә. Улар ғүмер буйы бер-береһе менән аралашып, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй йәшәй.

Ваҡыт үтеү менән йорттары барлыҡҡа килә, Миңлеямалдың тормош иптәше Зәбир Бүләков ярҙам итә, башҡа туғандары ла ярҙам ҡулы һуҙа. Самандан йорт төҙөйҙәр, әммә түбәһен ябырға материал булмай. Бының өсөн әсәһе ферманан һарыҡтарҙан ҡалған һаламды ташый. Түбәһен ябалар, әммә иҙән менән түшәмде эшләй алмайҙар, таҡта табыу ауыр була. Шулай ҙа әкренләп, күп көс һалып үҙ йортон булдыралар.

Миниса ауыр хеҙмәттең нимә икәнен иртә белә, 16 йәш тә тулмайынса, Владимир өлкәһе Гусь-Хрустальный ҡалаһына торф әҙерләргә ебәрәләр. Төркөмдәрендә ул иң кесеһе була. Көндәлек пай - икмәк, аҙ ғына май һәм ҡайнар һыу. Хатта ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла ул әсәһе тураһында уйлай. Эшләп алған аҡсаһына әсәһенә буҫтау шәл, күлдәк өсөн туҡыма һатып ала, ҡалған аҡсаһына үҙе кейенә. 1958 йылда ҡайта һәм фермаға эшкә бара.

- Атайҙары булған әхирәттәрем ҡунаҡтарға, кис ултырыуҙарға йөрөнө, ә мин атайһыҙ ҡыҙ күп ваҡытымды фермала үткәрҙем, - тип әсенеп хәтерләй Миниса Барый ҡыҙы. - Яҙын баҫыуҙатрактор тағылмаһында, сәсеү ваҡытында сәскестә эшләнек.

1961 йылда Миниса Мөхәмәтйән исемле егеткә кейәүгә сыға. Ете йыл ҡәйнәһе менән йәшәйҙәр, һуңынан үҙҙәре йортло була. Татыу, бәхетле ғүмер итәләр. Балалары Сәриә, Суфиян, Зинфира, игеҙәктәр Филүс менән Дилүс тыуа.

- Эштән ҡурҡманым, - тип һөйләй ул. - Ҡайҙа әйтәләр, шунда сыҡтым. Сөгөлдөр утаным, балалар баҡсаһында ашнаҡсы булдым, ревизор, склад мөдире булып эшләнем.

Шул уҡ ваҡытта ул үҙешмәкәр сәнғәт өсөн ваҡыт таба, Миниса Барый ҡыҙы бик матур йырлай, шулай уҡ спектаклдәрҙә лә уйнай.

Уның өсөн тормошта иң ауыры - көтөү. Улдары Дилүс Чечняла хеҙмәт иткәндә, өс ай бәйләнешкә сыҡмай. Әсә йөрәге нисек түҙгәндер? Аллаға шөкөр, улар иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә лә өлкән йәштәге ағинәй өсөн һынауҙар тамамланмаған. Улы Суфиян махсус хәрби операция зонаһына юллана. Өс йыл унан хәбәр юҡ. Әсә доғалар уҡый һәм көтә...

Ейәне Тимур, Дилүстең улы, махсус хәрби операция зонаһынан яраланып ҡайта, күҙҙәренә операция үткәрә. Миниса инәй Аллаһ Тәғәләнән ейәненең һауығыуын һорап доға ҡыла. Ул һәр ваҡыт доғала.

Ун йыл элек Миниса Барый ҡыҙы мәҙрәсәлә уҡый. Район үҙәгенә тиклем үткенсе машиналарҙа бара, тырышып ислам нигеҙҙәрен үҙләштерә. Хәҙер сүрәләр уҡый, уны Ҡөрьән аштарына саҡыралар, хөрмәт итәләр. Ул - балалары, ауылдаштары өсөн сыҙамлыҡ, изгелек өлгөһө.

Ете йыл элек Миниса Барый ҡыҙының тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Әлеге көндә ул бер үҙе йәшәй. Балалары һәр ваҡыт эргәһендә. Ике ҡыш балаларында ҡалала үткәрә, әммә һәр яҙ күңеле йортона тартыла, һағынып Яңы Ҡалҡаш ауылына ҡайта. Бында уның ғүмер юлы үткән.

- Һеҙ миңә һәр ваҡыт ауыр булған тип уйламағыҙ, юҡ, - ти ул һәм уның күҙҙәрендә яҡты нур сағыла. - Бәхетле мәлдәр ҙә булды. Йортобоҙ балаларҙың шат тауышына күмелде, кистәрен бергә өҫтәл артына йыйыла инек. Балаларыбыҙҙың туйҙарын үткәрҙек, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең тыуыуына шатландыҡ. Тормош юғалтыуҙарҙан ғына тормай, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа була.  

Бөгөн уның алты ейәнсәре, өс ейәне, ике бүләсәһе бар.

Миниса Барый ҡыҙы етемлек күреп үҫә, бала сағы ауыр була, тырышып хеҙмәт итә, әммә яҙмыш һынауҙарына бирешмәй. Уның доғаларында - өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс. Беҙ ағинәйгә һаулыҡ, рух көсө теләйбеҙ. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен, Хоҙай.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.  

Автор:Алия Салихова
Читайте нас