Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2021, 10:09

Атайҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Демография" милли проекты бала

Атайҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Атайҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Мәҫәлән, күптән түгел ғаилә календарында Атайҙар көнө барлыҡҡа килде, ул кисә – 20 июндә билдәләнде. Был әһәмиәтле һәм мөһим ғаилә байрамының тамырҙары алыҫҡа барып тоташа – уны тәүге тапҡыр АҠШ-та 1910 йылда билдәләгәндәр.

Республиканың ғаилә сәйәсәте йәмғиәттә атайҙарҙың ролен һәм баһаһын күтәреүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ғаилә статусын күтәреүгә йүнәлтелгән. Республиканың ҡала-райондарында атайҙар ҡорҙары уңышлы эшләп килә.

Шулай уҡ лайыҡлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгән арҙаҡлы атайҙарҙы баһалау ниәтендә төбәктә “Атай даны” наградаһы булдырылды. Ике йыл эсендә уға 54 кеше лайыҡ булған.

Атайҙар көнө айҡанлы “Ғаилә” үҙәге белгестәре тематик саралар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, телевидениела иһә аныҡ эштәрҙе, проекттарҙы тормошҡа ашырған атайҙар менән тура эфирҙар буласаҡ. 26 июндә республикала “ПапаFest” ғаилә ялы көнө ойошторола.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Демография” милли проектына ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү, уларға даими ярҙам күрһәтеү маҡсатында төрлө яҡлы эш алып барыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: trendingnews.news

bash.rbsmi.ru

Атайҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Атайҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Читайте нас: