30 майҙа уҡ булған инцидент видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Бурҙар бер нисә смартфон, смарт-сәғәттәр һәм браслеттарҙы алып сыҡҡан.
Видеояҙманан күренеүенсә, медицина битлеге кейгән ике ир ишекте емереп эскә инә, витриналарҙы ватып, ҡыйбатлы гаджеттарға ынтыла. Урланған әйберҙәрҙең дөйөм хаҡы - 69 мең һум.
Ҡаланың һәм юл трассаһының видеокамералары ярҙамында енәйәтселәрҙең эҙенә Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһында төшәләр. Был ваҡиғала ҡатнашлығы булған дүрт ир тотола. Өҫтәүенә береһенең фатирында күпмелер миҡдарҙа наркотик табыла. Тимәк, был иргә ҡарата ике төрлө енәйәт буйынса эш асыласаҡ, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: orenday.ru