Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2021, 10:00

Путин армияға яҙғы саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында 29 мартта баҫтырылды.

Уға ярашлы, саҡырыу кампанияһы 134 650 рәсәйлегә ҡағыласаҡ. Яҙғы саҡырыу 2021 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем барасаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса федераль конкурста еңеүгә өмөт итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдең Ҡораллы көстәренең Генераль штабының Төп ойоштороу-мобилизация идараһы начальнигының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович менән осрашты. Ул 29-31 мартта профилле федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында хәрби хеҙмәткә иң яҡшы әҙерлек конкурсы сиктәрендә төбәктең эшен тикшерәсәк Генштабтың Төбәк конкурс комиссияһын етәкләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан был йүнәлештә Үҙәк хәрби округы составына ингән 29 төбәк араһында иң яҡшы күрһәткескә ирешкәйне. Республика ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурысты лайыҡлы үтәне. Хәҙер Башҡортостан федераль конкурста еңеүгә өмөт итә.
Яңылыҡ сығанағы: https://www.bashinform.ru/
Фото: Виталий Тимкив / РИА Новости
Читайте нас: