Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, былтыр Башҡортостандан 9 меңдән ашыу егет армияға оҙатылған. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин медицина тикшереүе үтеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Рәсәй Ҡораллы көстәре вәкилдәре беҙҙең республикала бер нисә көн була. Башҡортостан хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса конкурста ҡатнаша, финалда Ставрополь крайы һәм Орел өлкәһе менән ярыша.
Мәғлүмәт һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан.