Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 14:25

Рәсәйҙә Еңеү көнө уңайынан 28 ҡалала хәрби парадтар үтә

Оборона министры Сергей Шойгу билдәләүенсә, сараларҙа 47 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә, шулай уҡ 1 мең 600 берәмек хәрби техника, 200 самолет һәм вертолет йәлеп ителә.

Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда хәрби парадта әҙерлек әленән үк бара, тип белдерҙе министр.
Башҡортостанда ла Еңеү көнөнә әҙерлек башланды. Өфөлә 9 майҙа парад үткәреү ҡарала. Унда хәрби техника һәм ретро автомобилдәр йәлеп ителә.
Яңылыҡтарҙан.Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: