Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 14:20

Ҡарауанһарайҙың 175 йыллығы ҙурлап билдәләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны вице-премьер Азат Бадранов етәкләй. Ҡарауанһарай тарихи-архитектура комплексы Ырымбурҙа 1837-1846 йылдарҙа халыҡ аҡсаһына төҙөлә. Бында Башҡорт-мишәр ғәскәре етәкселеге канцелярияһы, ҡунаҡхана, мәктәп һәм мәсет була. 1917 йылда Ҡарауанһарайҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшләй һәм башҡорт ғәскәре урынлаша.
Яңылыҡтарҙан. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: