Росреестр хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Марат Мирзаянов әйтеүенсә, Федераль кадастр палатаһы иҫәпләүҙәренә ярашлы, кадастр эштәре хаҡы һиҙелеп кәмейәсәк, мәҫәлән, әле бер ер участкаһына кадастр эштәре уҙғарыу 7 мең һумдан 10 мең һум торһа, хәҙер комплекслы эштәр 1200 һум тирәһе торасаҡ. Һис һүҙһеҙ, яңылыҡ Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрын актуаль мәғлүмәттәр менән тулыландырып торасаҡ.