Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 11:30

Намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт яулай

Табип һөнәре элек-электән абруйлы һаналған. Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына һәр ваҡыт кешеләр һаулығы һағында торған аҡ халатлы, изге күңелле һын пәйҙә була. Башҡаларҙың һаулығы, ғүмере өсөн битараф булмаған, ниндәй генә осраҡта ла үҙ бурысын намыҫлы атҡарыуҙы өҫтөн күреүселәр генә ошо һөнәр эйәһе була алалыр, моғайын. Беҙҙең Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптар эшләгән һәм эшләй. Шуларҙың береһе - йоғошло ауырыуҙар бүлегенең элекке мөдире Т.Ф.Вахитов.

Тимур (Тимербәк) Табылды ауылында Маһира Алтынтимер ҡыҙы менән Фәүҡәт Йәнғол улы Вахитовтарҙың ишле ғаиләһендә дүрт баланың тәүгеһе булып донъяға килә. Бала саҡтан эшһөйәр, ғәҙел, яуаплы, үҙенә һәм башҡаларға талапсан булыуы менән айырылып тора. Тимурҙың ата-әсәһе лә эшһөйәр кешеләр була. Балаларын да үҙҙәре кеүек эшкә өйрәтеп үҫтерә. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр.
Фәүҡәт Йәнғол улы йәш сағында ете йыл капитан дәрәжәһендә Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Был ваҡытта ул өйләнгән була, улдары Барый баш ҡалала тыуа. Төрлө үҙгәртеп-ҡороуҙар арҡаһында ул тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була. Күп йылдар райондың ҡулланыусылар йәмғиәтен етәкләй. Уның Стәрлебаш райпоһында эшләгән йылдарында ойошма республикала ғына түгел, ә бөтә Союзда билдәлелек яулай. Уның коллективы бер нисә тапҡыр республика, хатта Бөтә Союз социалистик ярыштарҙа еңеү яулай. Фәүҡәт Йәнғол улы әйтеп үтелгән юғары наградаларҙан тыш, РФ ҡулланыусылар кооперацияһы съезы делегаты итеп һайлана. Ә Маһира Алтынтимер ҡыҙы күп йылдар юл төҙөлөш-ремонт идаралығында кассир булып эшләй. Тормош иптәшенең ышаныслы терәге, ғаилә усағын һаҡлаусы була.
... Табылды башланғыс мәктәбен тамамлағас, Тимур 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Аттестат алғас, документтарын Башҡортостан ауыл хужалығы институтына тапшыра, әммә уҡырға инергә бер нисә бал ғына етмәй. Ауылға ҡайтып тормай, «Салауат нефтехим» комбинатына токарь булып эшкә урынлаша. 1969 йылда Совет Армияһы сафтарына хеҙмәт итергә китә.
- Ағайым Әрмәнстанда хеҙмәт итте, - ти уның һеңлеһе Баныу Фәүҡәт ҡыҙы. - Беҙ уның намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтырына шикләнмәй ҙә инек, сөнки ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп башҡара ине. Армиянан ул хәрби билдәләр генә түгел, хатта «В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы алып ҡайтты. Һәм ошо уҡ йылды медицина институтына уҡырға инде, унда беҙҙең ике туған апайыбыҙ Зилә белем ала ине.
«Нимә генә эшләһәң дә - яҡшыға» тигән мәҡәлгә нисек инанмайһың? Тимур Фәүҡәт улынан яҡшы ауыл хужалығы белгесе лә сығыр ине, бәлки, әммә ул табип булып китә һәм үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә.
Бер медицина хеҙмәткәре әйтеүенсә, уның ҡыҙы ҡаты ауырып китә.
- Ул бер нисә көн комала ятты. Тимур Фәүҡәт улының эшенә битараф булмауы арҡаһында ҡыҙым аяҡҡа баҫты. Бер аҙым да уның эргәһенән китмәне. Көнөн дә, төнөн дә уның эргәһендә булды. Ҡыҙым аңына килгәс кенә өйөнә ҡайтып китте. Бына шундай ул!
Әйткәндәй, был ҡыҙ һуңынан табип һөнәрен һайлай һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара.
Медицина институтын тамамлағас, 1977 йылда Тимур Фәүҡәт улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында интернатура үтә. Унан һуң тыуған районына эшкә ҡайта. Йәш белгес Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында табип-терапевт булып эш башлай. Шул йылда уның тормошонда хәл иткес ваҡиға була. Институтта уҡыған йылдарында уҡ ул үҙенең буласаҡ ҡатыны менән таныша. Йомағужа ауылы һылыуы Нәсимә Ҡәйүпова БДУла уҡый. Диплом алғас Нәсимә Гәрәй ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Ямғырсы урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә.
1977 йылда ике йәш йөрәк яҙмыштарын бәйләй, Стәрлебашта йәшәй һәм эшләй башлай. Улдары Азамат һәм ҡыҙҙары Әлфиә тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Азаматтың ғына ғүмере ҡыҫҡа була. Ә Әлфиәнең бөгөнгө көндә үҙенең ғаиләһе бар. Өфөлә йәшәй. Ҡаланың ЗАГС бүлегендә эшләй. Тормош иптәше Ринат менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. 45 йыл бергә ғүмер иткән өләсәһе менән олатаһы ейәндәренә һөйөнөп бөтә алмай.
... 1979 йылда яуаплы, эшһөйәр, ауырыуҙарға һәм хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы табипты ойоштороу-методик эш буйынса баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала ул 30 йылдан ашыу ең һыҙғанып эшләй. Райондың бөтә ФАПтары эше, персонал һәм отчеттары өсөн яуап бирә. Һәм ошо йылдар дәүерендә Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы республиканың Һаулыҡ һаҡлыу министрлығында һәйбәт иҫәптә була.
1980-се йылдарҙа һөтсөлөк фермаһы булған колхоздарҙа медицина профилакторийҙары була. Бының өсөн һөтсөлөк фермаһында махсус бүлмә булдырырға, кәрәкле ҡоролмалар һатып алырға һәм эшкә медицина персоналын йәлеп итергә тура килә. Был эш менән дә Тимур Фәүҡәт улы шөғөлләнә. Һәм әйтергә кәрәк, бик яҡшы.
1985 йылда уны табип-инфекционист, һуңынан йоғошло сирҙәр бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм ул Стәрлебашта йоғошло сирҙәр бүлеге бинаһын асыу өсөн күп көс һала. 1995 йылда ике ҡатлы корпус үҙенең беренсе пациенттарын ҡабул итә. Был ваҡытҡа оҫта етәксе, һәйбәт ойоштороусы, үҙ эшен яҡшы белгән табипты районда күптәр белә, коллегалары, етәкселек һәм пациенттар хөрмәт итә, шуның менән ҙур абруй яулай. Йоғошло сирҙәр бүлеге мөдире булараҡ, Т.Вахитов һәр яңылыҡты етәкселәр менән генә түгел, ә персонал менән дә тикшерә, коллегалары менән кәңәшләшә.
- Ул бик белемле, аҡыллы, бөхтә, тәү сиратта, үҙенә һәм башҡаларға талапсан булды, - ти уның тураһында үҙәк район дауаханаһының элекке баш шәфҡәт туташы Эльвира Йомадилова. - Уны барыһы ла ихтирам итте. Хеҙмәттәштәре уныбер ҡараштан аңлай ине. Уның өсөн сирлеләрҙең бөтәһе лә бер тигеҙ ине. Ауырыуҙарҙы ул етәкселәргә һәм ябай кешегә бүлмәне. Бөтәһен дә бер төрлө ҡараны. Әгәр сирле ауыр хәлдә икән, тәүлектәр буйына өйөнә ҡайтманы. Уларҙың хәл-торошо яҡшырғас ҡына тыныслана ине. Бер нисә тапҡыр уға район үҙәк дауаханаһының баш табип вазифаһын тәҡдим иттеләр, әммә ул ризалашмай, үҙенең бүлегенән китмәне.
Тимур Фәүҡәт улы яҡшы остаз да булды. Ул районға ҡайтҡан йәш табиптарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды, эшкә өйрәтте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәре менән ярҙам итте. Ауырыу һәм уның сәләмәтлеге беренсе урында булырға тейеш, тип өйрәтте ул. Үҙе лә даими рәүештә пациенттарының ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала ине. Миҙгел эпидемиялары - геморрагик биҙгәк, талпан энцефалиты, ОРВИ һәм грипп ваҡытында тәүлек әйләнәһендә эшләй ине, - тип хәтерләй Э.Йомадилова.
Уның ғаиләһенә, бигерәк тә тормош иптәше Нәсимә Гәрәй ҡыҙына ҙур рәхмәт, сөнки ул иренең эш үҙенсәлектәрен аңлай һәм уның терәге була. Эше арҡаһында ҡунаҡҡа йөрөй алмағандарына йәки хужалыҡта ярҙам итә алмағанына бер ҡасан да үпкәләмәй ул. Билдәләп үтергә кәрәк, Тимур Фәүҡәт улы һәйбәт табип ҡына түгел, ә оҫта ҡуллы кеше лә. Дәүләт тарафынан бирелгән йорто була тороп, Бөрйәндән бура алып ҡайтып өй һала. Өҫтәүенә, бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән эшләй. Ул иретеп йәбештереүсе лә, балта оҫтаһы ла. Быны мин ҡайҙан беләм? Уның һеңлеһе, минең элекке коллегам Баныу Фәүҡәт ҡыҙынан.
«Ул ниндәй ағай?» тигән һорауыма бер секунд та уйлап тормайынса: «Һоҡландырғыс! Ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Әсәйебеҙ ауырып киткәс уны сиратлап ҡараныҡ. Ул да ҡарашты. Изге күңелле кеше. Төн уртаһында саҡырһаң да килеп етә. Ейәндәрен һөйөп туя алмай. Әлеге мәлдә еңгәбеҙ менән ваҡытлыса Өфөлә йәшәйҙәр. Ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр» тип яуап бирҙе.
Тағы бер факт. 1990-сы йылдарҙа медицина учреждениеларын лицензиялау башлана. Һәм бик күп фельдшер-акушерлыҡ пункттары СанПин талаптарына яуап бирмәгәнгә лицензия ала алмай. Уларҙы яңы биналарға күсерергә, йыһазландырырға, ә фельдшерҙар һәм акушеркаларҙы, шәфҡәт туташтарын квалификация арттырыу курстарына ебәреп, яңы эш алымдарына уҡытыу талап ителә. Ойоштороу-методик бүлеге мөдире булараҡ, Тимур Фәүҡәт улына еңелдән булмай. Йүнәлтмәләр, хеҙмәткәрҙәрен уҡырға ебәреү тураһында һөйләшергә, быға уларҙың өйҙәгеләрен дә күндерергә тура килә. Ә бит уҡыу, ҡайһы саҡ, 10 ай дауам итә. Уның был эше лә килеп сыға. Һәм беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәребеҙ уҡырға йөрөй, квалификацияларын арттыра, ә һуңынан ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында эшләй. Уҡырға ебәргәне өсөн Тимур Фәүҡәт улына рәхмәт әйтәләр. Сөнки быға эш сифаты ғына түгел, уларҙың хеҙмәт хаҡы ла бәйле була.
Байтаҡ йылдар Т.Вахитов үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһын да етәкләй. Һәр хеҙмәткәрҙең нисек эшләгәнен белә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең тормошо менән ҡыҙыҡһына, уларҙың эшен, эшһөйәрлеген, намыҫлылығын, яуаплылығын күрә белә.
Профсоюзда һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһы профсоюздарының 100 йыллығы» юбилей миҙалы менән бүләкләнә, ә район һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ фиҙаҡәр эше өсөн «Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» юғары исемдәренә лайыҡ була.
Әммә үҙе әйтеүенсә, Тимур Фәүҡәт улы өсөн иң ҙур бүләк - уны хөрмәт иткән һәм яратҡан пациенттары, район халҡы, коллегалары, туғандары, дуҫтары һәм яҡындарының рәхмәтле булыуы.
Был мәҡәләмде яҙған ваҡытта редакцияға район һаулыҡ һаҡлау ветерандары советы рәйесе Сәлимә Ғилманова килеп инде. Ул бер медицина хеҙмәткәренең дә юбилейын иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Тимур Фәүҡәт улы тураһында һүҙ сығыу менән ул шатланып китте.
- Ул булмышы менән табип, сирлене аяҡ баҫтырыу, реабилитация үткәреү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Ауыр хәлдә ятҡан пациентты сығарғас та, уның сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһына ине, файҙалы тәҡдимдәр һәм кәңәштәр бирҙе. Етди, талапсан һәм бер үк ваҡытта, изгелекле һәм кешелекле ул.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге араһында ла уның абруйы ҙур. 1999 йылдың декабрендә, райондан дүрт кешене, уның менән мине, шулай уҡ Кәүсәриә Ҡаранаева һәм Сабит Ғүмәровты республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 80 йыллығына саҡырғандарын яҡшы хәтерләйем. Етмәһә, хәстәрлекле, ышаныслы тормош иптәше һәм атай, һөйөклө, бәхетле олатай, иғтибарлы ағай, оҫта ҡуллы хужа, хөрмәтле коллега. Бына шундай ул беҙҙең Тимур Фәүҡәт улы.
... Бөгөн, 23 мартта, Тимур Фәүҡәт улына 70 йәш тула. Уға был йәште биреп булмай. Ул һаман да дәртле, тормош һөйөүсән, әүҙем. Уның рәхмәтле пациенттары, коллегалары һәм гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән уны ошо күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Хөрмәтле Тимур Фәүҡәт улы, Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, ғаилә именлеге, бәхет, яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Рәйсә Мусина. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: