Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2021, 16:40

Алдан хәстәрлек күрелә

Көндән-көн яҙ яҡынлашыуы һиҙелә. Ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килгән осраҡта район хеҙмәттәре алдында тиҙ һәм берҙәм эш итергә тигән бурыс тора.

Йылдан-йыл ташҡын төрлөсә була, әммә һәр ваҡыт уяу һәм яуаплы булырға кәрәк. Тәү сиратта, ташҡын мәлендә граждандарҙың ғүмерен хәүефһеҙләндереү өсөн алдан уҡ шундай имтиханға етди әҙерләнергә, йәғни яҙғы ташҡынға тулыһынса әҙер булыу зарур.
Уҙған кесаҙна көндө Стәрлебаш ауылында традицион техника смотры үтте, унда үҙәк майҙанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өсөн техника һәм ҡорамалдар күрһәтелде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов рәйеслегендә ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы бында ҡуйылған техниканы ҡарап сыҡты. Ташҡынға ҡаршы әҙерлек тураһында беренсе булып энергетиктар - Стәрлебаш РЭС бригадаһы хәбәр итте. Уларҙың коллегалары - ГИП-Электро вәкилдәренең дә техникалары әҙерлек һыҙығында. Рөстәм Камил улы күптән түгел көслө ел арҡаһында булған авария ваҡытында коллективтарҙың һәйбәт эшләүен билдәләне. Медицина хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, юл хеҙмәткәрҙәре, элемтәселәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтсәндәре юғары әҙерлек режимында эшләй. Мәҫәлән, район газ хеҙмәтендә ташҡын мәлендә өҫтәмә бригада булдырыла.
Һауа торошо көн дә яҙ етеүе тураһында белгертә. Быйыл ул ниндәй булыр - әйтеүе ауыр. Әммә уның нисек килеүенә ҡарамаҫтан, тулыһынса әҙер һәм уяу булырға кәрәк.
Техника смотры аҙағында Рөстәм Камил улы, дөйөм алғанда, барлыҡ күрһәтелгән техника һәйбәт торошта һәм ташҡын осоронда ҡулланыуға әҙер, тип билдәләне.
Фаягөл Йосопова. Р.йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: