Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2021, 14:20

Бөгөн – Ҡырым яҙы!

2014 йылдың 18 марты барлыҡ Рәсәй һәм Ҡырым халҡы өсөн тарихта мөһим ваҡиға булараҡ теркәлде.

Украиналағы билдәһеҙлектән, туҡтауһыҙ тартҡылашыуҙарҙан ялҡҡан Ҡырым ярымутрауы халҡы яңынан Рәсәй ҡанаты аҫтына инергә ҡарар итте. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә илебеҙҙең күп милләтле халҡы туғандаш халыҡтарҙың татыу ғаиләгә кире ҡайтыуына һөйөндө.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы – яңы тарихыбыҙҙа оло ваҡиға һәм уны бер кем дә инҡар итә алмай. Әйтергә кәрәк, был байрам көнө күсеп йөрөмәй, уның билдәле көнө бар – 18 март.
Башҡортостанды Ҡырым менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Бөгөн ошо тарихи көн айҡанлы баш ҡалалағы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бинаһы алдында “Ҡырым яҙы” концерты була. Өфөнөң “Дуҫлыҡ сәйханаһы” ресторандарында Ҡырым халыҡтары аш-һыуҙарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ете йыл тулыуға арналған йүгереү ярышы үтәсәк. Был сара Ағиҙел яры буйында ойошторола.
Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-g-n--irim-ya-i-721848/
Читайте нас: