Йыйынды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форумда «Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит», «Инженерлыҡ селтәрҙәре. Яҡтыртыу техникаһы» күргәҙмәләре эшләне.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса пленар ултырышта беҙҙең райондың Стәрлебаш (ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.К.Ғәлиев), Баҡый (Ф.Ә.Вәлишин), Ҡуғанаҡбаш (Х.Т.Ғәлиев) һәм Иҫке Ҡалҡаш (А.З.Ҡотлошин) ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының эше лә лайыҡлы баһаланды.
Улар Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү даирәһендә торлаҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә, иҡтисади йәһәттән үҙгәртеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары һәм ярҙамдары өсөн Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Гәзит уҡыусылар исеменән бүләкләнеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уларға районыбыҙ халҡының тормошон яҡшыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү эшендә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.