Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров районда эш сәфәрен күңелле ваҡиғанан - И.И.Исламоратов етәкселегендә Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол командаһына Стәрлебаш районы логотибы төшөрөлгән спорт формаһын тапшырыуҙан башланы.
Йәш баскетболсылар көндәлек күнегеүҙәр һәм һәйбәт һөҙөмтәләр арҡаһында ошондай бүләккә лайыҡ. Күптән түгел улар, көндәштәрен еңеп, республиканың көньяҡ зонаһында иң яҡшылары булды.
- Спорт менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, еңеүҙәр ҙә яулауығыҙ өсөн бик шатмын, - тип билдәләне сығышында Зариф Закир улы. - Спорт холоҡ-фиғелде нығыта, көслө, ныҡышмалы булырға, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә өйрәтә. Район етәкселегенең дә спортты һәм спортсыларҙы хуплап, һәр йәһәттән ярҙам итеүе бик һәйбәт.
- Стәрлебаш районы һәр ваҡыт спорт ҡаҙаныштары менән дан тотто. Өлкән быуын традицияларын лайыҡлы дауам итерегеҙгә ышанам, - тип билдәләне спортсыларҙы сәләмләп район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров та.
Артабан Зариф Закир улы район Советының сираттан тыш алтынсы ултырышында ҡатнашты. Йыйылыусыларға РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләүҙәре, шул иҫәптән пенсияларҙы индексациялау, Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләменең артыуы, суд эштәренә ҡағылышлы закондар, вайымһыҙ водителдәргә яза биреү һ.б., шулай уҡ берҙәмрәсәйҙәрҙең 2017 йылда тормошҡа ашырасаҡ яңы проекттары тураһында һөйләне. Йыйылыусылар депутатҡа көнүҙәк һорауҙарын бирә алды.
З.З.Байғусҡаров эш сәфәрен граждандарҙы ҡабул итеү менән тамамланы. Нигеҙҙә, был көндө мөрәжәғәттәр шәхси характерҙа булды. Ҡабул итеүгә килеүселәр эшкә урынлашыуҙа, ферма хужалығын киңәйтергә һәм өй төҙөп бөтөргә кредит алыуҙа, алимент түләмәгән иргә ҡарата ниндәйҙер сара күреүҙә, шул уҡ ваҡытта спорт комитеты рәйесе Р.Яруллин районда республика кимәлендә ярыш үткәреүҙә ярҙам һораны. Спорт базаһы, тәжрибә һәм кәрәкле шарттар бының өсөн бар. Һарайҫа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Хәсәнов Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа ярҙам итеүҙәрен үтенде.
Һуғыш ветераны, стәрлебашлы Абдрахман Абдрахманов ил етәкселегенә дарыуҙарға хаҡтарҙың юғары булыуын, коррупцияға ҡаршы көрәш сараларын ҡатыландырырға һәм Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләмен үҙгәртергә кәрәклеге тураһында еткереүҙәрен һораны. Депутаттарҙың көстәрен йәлләмәй, халыҡ мәнфәғәтендә эшләүҙәрен теләне.
Барыһын да иғтибар менән тыңлап, Зариф Закир улы бөтә һорауҙарға аныҡ яуап бирҙе. Дөйөм алғанда, стәрлебаштар ҡабул итеүҙән ҡәнәғәт булды.